Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Роза Аккучукова һәм уның дуҫтары тәҡдим итә!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 26 март 2015
Роза Аккучукова һәм уның дуҫтары тәҡдим итә!
Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, билдәле йырсы Роза Аккучукованың исеме һәр кемгә таныш. Моңло, халыҡсан йырҙары менән күптәрҙе һоҡландырыусы Роза Аккучукова - сәхнәлә балҡыған сағыу йондоҙҙарҙың береһе.
Йырсы үҙенсәлекле тауышы менән тамашасы күңелен яулай һәм һәм бөгөнгәсә популярлығын юғалтмай. Уның репертуары үҙенсәлекле һәм башҡаларҙан лирик йырҙарға бай булыуы менән айырылып тора. “Алтын балдаҡ”, “Һин ултыртҡан муйыл” кеүектәрен халыҡ бигерәктә яратып тыңлай. Был йырҙарҙа Роза Аккучукованың күңел донъяһы, тамашасыға еткерергә теләгән уй-хистәре сағылған. Йырсы ижадында З. Исмәғилов, Р.Хәсәнов, Н.Сабитов, Р.Сәлмәнов, Н.Абдуллина йырҙары ла лайыҡлы урын алған. Роза Сабиръян ҡыҙы ҡырҡ йылдан ашыу Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. “Бындай билдәле мәҙәниәт усағында эшләүем менән үҙемеде бәхетле һанайым. Филармония бит ул-йыр-моң сығанағы. Ул минең ижади үҫешемдә мөһим роль уйнаны һәм уйнай” - ти ул.
28 мартта Роза Аккучукова һәм уның дуҫтары:
Фәрүәз Урманшин, Резеда Әминева, Филюс Ҡасимов, Редик Фәсхетдинов, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Айтуған Ғайзуллин, Зөлфиә һәм Рөстәм Ҡудашевтар башҡорт композиторҙары йырҙарынан торған тамашаға саҡыра. Яратҡан йыр-моңдар менән һуғарылған концертҡа рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Филармония кассаһы: +7(347) 250 77 42.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө