Рухланды бөтә республика, гөрләп торҙо бар Өфө!

Рухланды бөтә республика, гөрләп торҙо бар Өфө!
Юбилей кисәһе көндө Башҡорт дәүләт драма театры хеҙмәткәрҙәрен ҡотлауҙар көндөҙ үк башланғайны. 
- Бөгөн республиканың театр сәнғәтендә генә түгел, тотош илебеҙ мәҙәниәтендә тарихи ваҡиға. Рәсәйҙәге иң олпат һәм абруйлы милли коллектив, халҡыбыҙҙың төп театры, рухи терәге, илһам сығанағы булған бай тарихлы Мәжит Ғафури исемендәге Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙенең 95 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан театр илдең һәм республиканың төрлө тарафтарынан, шулай уҡ күрше һәм сит өлкәләрҙән дә бик күп ҡотлауҙар, телеграммалар ала, кисәгә ҡотларға килеүселәр һаны ла ифрат күп. Шуға ла беҙ, кисте көтмәйенсә, иң абруйлы ойошмаларҙан ҡотлауҙарҙы, уларҙың ҡәҙерле хеҙмәткәрҙәребеҙгә оло хөрмәт һәм ихтирам менән әҙерләгән Маҡтау грамоталарын, бүләктәрен ҡабул итеү тантанаһын хәҙер үк башларға булдыҡ», - тиелде 15.00 сәғәттә театр фойеһында ойошторолған сараны асыу тантанаһында.
 Башҡортостан театр эшәмәкәрҙәре Союзы, Республика мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы (конгресы), Өфө ҡалаһы ҡала округы, баш ҡаланың Киров районы һәм башҡалар артистарҙы һәм театрҙың төрлө ижади цехтары хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ихлас ҡотлап бүләктәр тапшырҙы.
Кисен төп юбилей кисәһенең мәртәбәле ҡунаҡтары араһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, оҙаҡ йылдар Башҡорт академия драма теарының художество етәксеһе булып эшләгән, бөгөнгө көндә М.Горький исемендәге Ырымбур рус дәүләт драма театрының художество етәксеһе Рифҡәт Исрафилов, Мәскәүҙең А.Райкин исемендәге «Сатирикон» дәүләт театры директоры Анатолий Полянкин, Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының директоры Илфир Яҡупов етәкселегендәге делегация, Башҡортостан театр эшәмәкәрҙәре Союзы рәйесе Әхтәм Абушахманов, республикабыҙ театрҙары, матбуғат, киң йәмәғәтселек вәкилдәре бар ине. Театрҙың юбилейы уңайынан Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министры Владимир Мединский, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса Комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрованың ҡотлау телеграммалары уҡылды. Театрҙың бер нисә хәҙмәткәренә, шул иҫәптән музыка бүлеге мөдире Урал Иҙелбаевҡа, актриса Гөлфиә Рафиҡоваға, рәссам-бутафор Анатолий Жучковҡа, Сулпан Асҡароваға һәм башҡа бик күп хеҙмәткәрҙәргә маҡтаулы исемдәр, респбуликаның маҡтау грамоталары тапшырылды. Ғөмүмән, был көндө хөкүмәт, министрлыҡ, төрлө йәмәғәт ойошмаларынан, театрҙан бүләктәр, Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары алмаған хеҙмәткәрҙәр бик аҙ ғына ҡалғандыр, моғайын. Был күренеш халыҡтың театрға, артистарға ҙур иғтибары һәм ихтирам өлгөһө булып ҡабул ителде.
Кисә зауыҡ менән ҡуйылып һәм һәр яҡтан да оҫта биҙәлеп, бик йәнле алып барылды, артыҡ пафосһыҙ, халыҡсан, күтәренке рухта, дәртле үтте. Унда нимә ул театр тигән һорауға яуап биреүҙән һәм театрға нигеҙ һалынған миҙгелдән алып бөгөнгө көнгә саҡлы ваҡиғалар, этаптарға бүленеп, художестволы рәүештә бик мауыҡтырғыс бирелде, тарихи ваҡиғалар, шул замандың рухы ла, халыҡтың кәйефе лә берҙәй сағыла барҙы. Ә ҡотлаусыларҙың ошо ваҡиғалар араһына ҡушылып «уйнап» китеүе кисәгә ҡабатланмаҫ төҫ бирҙе. Был кисә күп һанлы тамашасылар һәм ҡунаҡтар фекеренсә тағы ла бер тапҡыр театрҙың ижад мөмкинлектәренең юғарылығын, бөгөнгө ынталыштырын асыҡ күрһәтте. Труппаның һәр ағзаһы ҡатнашып, кисәнең бер бөтөн булып ҡабул ителешенә үҙ өлөшөн индерҙе. Фойела төрлө йылдар сәхнә ижадына ҡағылышлы күргәҙмә эшләне.
Театр бөгөн иң ҡатмарлы классик әҫәрҙе лә юғары кимәлдә сәхнәләштерә алыр кимәлдә көслө, труппала бик күп йәштәр булыуына инанды ҡунаҡтар. Кисә юғары кимәлдә ойошторолоп, лайыҡлы үтте. Театрҙың 95 йыллығы инде тарихта. Ә 100 йыллыҡҡа бары 5 кенә миҙгел ҡала.
Сығанаҡ: Башҡорт дәүләт академия драма театры сайтынан.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb