«Рәми Ғарипов. Тормошо һәм ижады» китабының исем туйы үтте

«Рәми Ғарипов. Тормошо һәм ижады» китабының исем туйы үтте
30 мартта, Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең магазинында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреатының тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан сыҡҡан «Рәми Ғарипов. Тормошо һәм ижады» фотоальбомының исем туйы үтте.
Сарала шағирҙың ижадына ғашиҡтар, Рәми Ғариповтың улы Азамат Ғарипов, «Китап» нәшриәтенең директоры Зөфәр Мөхтәр улы Тимербулатов, шағирҙар Хәсән Назар, Ирек Кинйәбулатов, «Шоңҡар» журналының һәм «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррирҙәре Азамат Юлдашбаев һәм Гөлфиә Янбаева, «Йәншишмә» гәзитенең бүлек мөхәррире Зөһрә Ҡотлогилдина, БДУ профессоры Тимерғәле Килмөхәмәтов һәм башҡорт баҫмаларының баш мөхәррирҙәре ҡатнашты.
Бөхтә генә итеп ойошторолған исем туйын алып барыусы Ирек ағай Кинйәбулатов әлеге сараға саҡырыуҙар таратып халыҡтың күпләп йәлеп ителмәүен билдәләп үтте, сөнки, ысынлап та, нәшриәттең фирма магазины залы килеүселәрҙе һыйҙырмаҫ ине.
«Рәми Ғарипов. Тормошо һәм ижады» альбомының исем туйына күптән түгел «Минең Рәми!» конкурсында башҡорт телендә шиғыр һөйләп халыҡты хайран ҡалдырған Линдси Пигейҙың килеүе лә сараға йәм өҫтәне.
 Сығанаҡ: «Шоңҡар» журналы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb