Дәүләкән ҡалаһында балалар яҙыусыһы, филология фәндәре кандидаты, фольклорсы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәсимә Ураҡсинаның яңы китабының исем туйы үтте. Район мәҙәниәт йорто һәм Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейында ойошторолған сараларҙа яҙыусының яҡындары, дуҫтары һәм яҡташтары ҡатнашты.
«Балалар әҙәбиәте бала саҡ хозурлығын дауам итеүҙә булыштыҡ итергә тейеш» тигән халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәрим. Рәсимә Ураҡсинаның шиғырҙары, поэмалары яғымлы һәм ихлас тел менән яҙылған. Уларҙы балалар еңел отоп ала. Дәүләкән районы мәҙәниәт йорто әҙибәнең шиғриәтенә тартылыусылар һәм уның ижадын өйрәнеүсе уҡыусылар менән тулы. Дәүләкән йәштәре араһында әҙәби ижад өлкәһендә айырыуса тырышлыҡ һәм әүҙемлек күрһәткән ике уҡыусыға яҙыусының тормош иптәше Урал Ғәзиз улы Ураҡсин махсус премия тапшырҙы. Үҙен Башҡортостанға ғына түгел, бөтә Рәсәйгә оҫта уҡытыусы, тел һәм әҙәбиәт белгесе буларыҡ танытҡан шәхес арабыҙҙан бик иртә китһә лә, уның исемен мәңгеләштереү тураһында етди эштәр башҡарыласаҡ.
Дәүләкәндәр ҙә ошо төбәктән сыҡҡан зыялыларын һәр ваҡыт ҙурлап, яҡты тойғолар менән иҫкә ала. Балалар яҙыусыһы Рәсимә Ураҡсина ла яҡташтары менән һәр ваҡыт тығыҙ ижади бәйләнештә торған. Дим буйлап экологик сәйәхәт сәхифәләре, тыуған яғында таралған балаҫ һуғыу, аш-һыу серҙәрен шиғри телмәр менән еткерә белеү оҫталығына һәр кем һоҡлана. Уҡытыусыларҙың да уҡытыусыһы Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы бай әҙәби һәм рухи мираҫ ҡалдырҙы. Яҙыусының тормош иптәше Урал Ғәзиз улы менән улы Салауат яҙыусының шәхси әйберҙәрен музейға тапшырған. Экспонаттар бөтәһе лә Әхиәр Хәкимов йорт-музейының ошо ыҡсым һәм яҡты бүлмәһендә урынлаштырылған.
Яҡташтары һәм Рәсимә Ураҡсинаны яҡындан белеүсе ижадташ дуҫтары тормошта ярҙамсыллығы һәм ихласлығы, яҡты уй-хыялдар, изге маҡсаттар менән йәшәгән әҙибәнең ижадын, сағыу тормошон сағылдырған мемуарҙар китабы һәм үҙенә арналған айырым музей булдырырға теләй.
Халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейының ун йыллыҡ тарихи йылъяҙмаһы бар. Бында балалар яҙыусыһы Рәсимә Ураҡсинаға арналған бүлек эшләй башлауы оло мәғәнәгә эйә.
Дәүләкән ҡалаһында Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейында балалар яҙыусыһы Рәсимә Ураҡсинаның ижадына арналған махсус бүлмә булдырылған. Унда шағирәнең шәхси әйберҙәре, һуңғы китабы һәм бер тапҡыр ҙа кейеп өлгөрмәгән милли кейеме ҡуйылған.