Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Рәсәйҙең атҡаҙанған, БР-ҙың халыҡ артисы Редик Фәсхетдиновтың ижад кисәһе
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Рәсәйҙең атҡаҙанған, БР-ҙың халыҡ артисы Редик Фәсхетдиновтың ижад кисәһе
Редик Фәсхетдинов – 50 йылдан ашыу ғүмерен сәнғәткә бағышлаған күренекле баянсы. Ижад юлын Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдә башлай. Бәхти Ғайсин, Рамазан Йәнбәков, Радик Гәрәев, Ильфак Смаков кеүек мәшһүр сәнғәт әһелдәре, Флүрә Килдейәрова, Нәзифә Ҡадырова, Азат Айытҡолов, Миңлеәхмәт Ғәйнетдинов, Рәшиҙә Туйсина, Рәйес Вәғизов кеүек башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары менән бер сәхнәлә оҙаҡ йылдар сығыш яһай, шулай уҡ тәүге “Дуҫлыҡ” вокаль-инструменталь төркөм составында ла эшләй.
Виртуоз баянсының сығыштарын халыҡ ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Аккомпаниаторлыҡ менән бер рәттән үҙенең концерттары менән дә тамашасы күңелен арбай. Донъя халыҡтары, классик, эстрада әҫәрҙәрен, башҡорт, татар халыҡ көйҙәрен бар матурлығында тамашасыға еткерә ул.
Редик Фәсхетдинов 2004-2010 йылдарҙа республикабыҙҙың уникаль музыкаль коллективтарының береһе БР-ҙың халыҡ ҡоралдары милли оркестрында эшләй. “Юнеско” йүнәлеше буйынса Рәсәй артистары йыйылма төркөмө составында Азия, Африка, Европа, Скандинавия илдәрендә һәм Германияла, Ҡытайҙа, Һиндостанда уҙғарылған Рәсәй мәҙәниәте көндәрендә сит ил тамашасыларын башҡорт моңона күмә Редик Фәсхетдинов. Профессор, баянсы Владимир Суханов менән хатта экваторҙы, Радик Гәрәев, “Дуҫлыҡ” ансамбле менән төньяҡ полюсты ла киҫеп сыға ул!
Мәшһүр виртуоз баянсы Редик Фәсхетдиновтың ижад кисәһенә рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Сығанаҡ: филармония сайтынан алынды.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө