Ошо исем аҫтында Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы бөгөн Башҡорт дәүләт университетында үтәсәк. Форум Сергей Аксаковтың тыуыуына 220 йыл тулыу һәм Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арнала. Конференцияла республика хөкүмәте, Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фонды, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы вәкилдәре ҡатнаша. Өфө уҡытыусылары һәм ғалимдарынан тыш, фәнни секциялар эшендә Мәскәү, Ульяновск, Петрозаводск, Хабаровск ҡалаларынан да ҡунаҡтар ҡатнашасаҡ.