Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Флүрә Килдейәрова концерты
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 10 январь 2012
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Флүрә Килдейәрова концерты
15 ғинуарҙа Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Орган залында Флүрә Килдейәрованың сираттағы концерты уҙасаҡ. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Флүрә Килдейәрова Башҡортостан Республикаһының иң сағыу йырсыларының береһе. Уның исеме республикала ғына түгел, унан ситтә лә яҡшы таныш. Флүрә Әхмәтша ҡыҙы көслө вокал һәләтенә, оҫта башҡарыу техникаһына эйә. Флүрә Килдейәрованың репертуарында – рус, сит ил, башҡорт һәм татар композиторҙарының вокал әҫәрҙәре, башҡорт халыҡ йырҙары урын алған. Уның йырсы булараҡ оҫталыҡ кимәле, башҡорт халыҡ йырҙарының классик өлгөһө булған оҙон көйҙө башҡарыуында күренә. Халыҡ йырҙарын башҡарып йырсы бөтә Еропаны – Германия, Бельгия, Голландия, Венгрия, Румыния, Польша, Италия, Франция буйлап – йөрөп сыға. Фольклор программаһы менән Ҡытайҙа, Төркиәлә, Копенгагенда сығыш яһай. Германияла Дрезденда, Лейпцигта, Һаллела була. 15 ғинуарҙа уҙасаҡ «Флүрә Килдейәровала ҡунаҡта» исемле өр-яңы программала йырсының ижадташ дуҫтары Индира Әсәҙуллина (фортепиано), Владимир Семин (флейта), Владимир Бакулин (альт), Ильшат Ишмуратов (курай) ҡатнаша.
Башлана 18-00 сәғәттә
Концертҡа рәхим итегеҙ!
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы»
порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө