Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Гүзәл Сөләймәнованың тыуыуына 85 йыл
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 27 февраль 2012
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Гүзәл Сөләймәнованың тыуыуына 85 йыл
25 февралдә, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Гүзәл Ғәли ҡыҙы Сөләймәноваға 85 йәш тулыр ине. Ул 1927 йылда Өфө ҡалаһында тыуған. Ленинград хореография училищеһында бейеү серҙәренә өйрәнә башлағанда уҡ үҙенә оло маҡсат ҡуя – сәхнәнән төшмәүсе артистар кимәленә күтәрелеү, хатта донъяны яулау.
Ысынлап та, Гүзәл Ғәли ҡыҙына уңыш йылмая, артист күп еңеүҙәргә өлгәшә, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы тигән юғары исемдәргә лайыҡ була. 1945 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Баҡсаһарай фонтаны» балетында ул Мария образына инә. Шунан алып йәш артист театрҙың балет труппаһында эшләй башлай, уға төп партияларҙы ышанып тапшыралар. П. Чайковскийҙың «Аҡҡош күле» әҫәрендә — Одетта-Одиллия, Л. Степановтың «Сыңрау торна»һында — Зәйтүнгөл, А. Ключаревтың «Тау әкиәте»ндә — Зарифа, Х. Әхмәтов менән Н. Сабитовтың «Тау бөркөтө» балетында Әминә кеүек ролдәр уға киң танылыу килтергән. Гүзәл Ғәли ҡыҙы «Ҡара йөҙҙәр»ҙә (авторҙары – Х. Заимов менән А. Чугаев) Ғәлимә партияһын башҡарып, башҡорт ҡыҙы образын тулыһынса асыуға ирешә.
Гүзәл Ғәли ҡыҙы ижад иткән образдар ни тиклем генә төрлө булмаһын, әйтәйек, темпераментлы сиған ҡыҙы Эсмиральда, баш бирмәҫ Медора, баҫалҡы Әминә, уйсан Лауренсия һ.б. бөтөн героиняларын да ул берҙәй оҫталыҡ менән уйнай. Хореографик оҫталыҡҡа эйә булыу актерлыҡ һәләте булған өсөн генә түгел, ә һәр образ өҫтөндә ентекле уйланыу, эшләү һөҙөмтәһендә ул камиллыҡҡа өлгәшә.
Гүзәл Сөләймәнова партнеры Фәүзи Саттаров менән һәр ваҡыт төп ролдәрҙе башҡаралар. Уларҙың дуэттары сит илдәрҙә күп сығыш яһай. Ҡайҙа ғына бармаһындар, ниндәй генә сәхәнәләрҙә сығыш яһамаһындар, улар мотлаҡ «Сыңрау торна» балетынан адажио башҡаралар.
Гүзәл Сөләймәнова Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ғүмеренең аҙағына, 1969 йылға, тиклем эшләй.
Гүзәл Сөләймәнова йәшәгән Өфө ҡалаһының Октябрь революцияһы 9 сы һанлы йортта, таҡтаташ асылған.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостан супергеройҙары: "Самрау батшаның бүләге" спектакле "Урал батыр" эпосын сәхнәгә ҡайтарҙы
Дүшәмбе, 09 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
«Урал батыр» эпосының факсимиль күсермәһе Евразия күсмә цивилизациялар музейына тапшырылды
Йәкшәмбе, 08 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
"Әйҙә уйнарға" фестивалендә Өфө тураһында уйын менән таныштырҙылар
Йома, 06 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө