Рөстәм Хәмитов «Ағиҙел» башҡорт сәнғәт һөнәрселегендә булды

Рөстәм Хәмитов «Ағиҙел» башҡорт сәнғәт һөнәрселегендә булды
6 март Президент Рөстәм Хәмитов «Ағиҙел» башҡорт сәнғәт һөнәрселегендә эш сәфәре менән булды. Рөстәм Зәки улы ижади ойошма менән яҡындан танышты, производсто цехтарында булды, коллектив менән осрашты. Осрашыу барышында уникаль ойошманың проблемалары, уларҙы хәл итеү, артабан үҫеү юлдары хаҡында һөйләшелде. Эшселәр кадрҙар етешмәүе, эш хаҡының түбән булыуы хаҡында зарланды.
«Ағиҙел» – республикала биҙәү-ҡулланма сәнғәте етештереү буйынса тәүге урында тора. Ойошмала 500 яҡын продукция исемлеге иҫәпләнә. Ул етештергән декоратив әйберҙәр ҙур һорау менән файҙаланыла. Ойошмала 190 кеше эшләй, күбеһе ҡатын-ҡыҙ.
Президент «Ағиҙел» халыҡ ижады традицияларын һаҡлау буйынса мөһим роль уйнай, тип билдәләне. Сит илдәр тәжрибәһе менән уртаҡлашырға, һатыу күләмен арттырырға, 1970–80-се й.й. килгән етештереү технологияларын модернизацияларға ҡушылды.
Рөстәм Хәмитов БР Хөкүмәтенә халыҡ кәсептәрен үҫтереү буйынса 3 ай эсендә республика программаһын эшләргә ҡушты, ә «Ағиҙел»дең базаһында сәнғәт кәсептәре буйынса ижади үҙәк барлыҡҡа киләсәк. Был 2015 йылда Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттары алдынан бик актуаль, сөнки күпләп сувенирҙар кәрәк буласаҡ.
Сығанаҡ: www.presidentrb.ru

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb