Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостанда туризмды тергеҙеү буйынса беҙ юлдың башында ғына»
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 16 октябрь 2012
Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостанда туризмды тергеҙеү буйынса беҙ юлдың башында ғына»
Бөгөнгө көндә Башҡортостандың эске туризмын үҫтереүҙә яңы һулыш талап ителә. Был хаҡта 16 октябрҙә БР Хөкүмәтендә үткән туристик кластерҙар менән идара итеү механизмдары буйынса ултырышта республика Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.
— Элек беҙгә туристар күп килде. Хәҙер был ағым элеккесә кеүек түгел. Йылына 50 мең кешене ҡабул иткән шифаханалар бар. Әммә был тейешле масштаб түгел. Туризм иҫәбенә үҫешкән илдәр ҙә бар. Беҙ ҙә шулай уҡ был индустрияны урап үтә алмайбыҙ, әммә тәү сиратта беҙгә был тармаҡты үҫтереү буйынса тәүге аҙымдарҙы билдәләү зарур. Инвесторҙарҙы йәлеп итеү, халыҡ-ара компаниялар менән хеҙмәттәшлек булдырыу мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы иҫәпләүенсә, был мәсьәләлә беҙ юлдың башында ғына.
— Эш ҡатмарлы буласаҡ, һөҙөмтәләр ҙә тиҙ күренмәйәсәк,- тине Президент.
БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев һүҙҙәренсә, 2012-2016 йылдарға иҫәпләнгән «Башҡортостан Республикаһында эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереү» оҙайлы сроклы маҡсатлы программаһы ла ҙур роль уйнарға тейеш.
— Бөгөн беҙҙә инвесторҙар килеүе буйынса ниндәйҙер бер тәртип юҡ, — тип билдәләне туристик ведомство башлығы. – Тотороҡлоҡ булһын өсөн, шарттар булдырыу, инфраструктура төҙөү зарур. Шул саҡта ғына инвесторҙарҙы йәлеп итеп буласаҡ. Ҙур туристик объекттар төҙөргә кәрәк. Шулай уҡ туризм буйынса инвестиция проекттарының өҫтөнлөклөләр иҫәбенә эләгеүе мөһим.
Үҙ сиратында, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы ректоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Наталья Солодилова һөйләүенсә, университетта йөҙләгән әҙер туристик проект һәм экскурсия программаһы бар, әммә уларға ихтыяж юҡ.
— Беҙҙең республикала яҡшы экскурсоводтар етешмәй, — тип иҫәпләй ул. – Шуға күрә хәҙер бының өҫтөндә әүҙем эшләйәсәкбеҙ. Быйыл 40 белгес уҡытып сығарырға планлаштырабыҙ.
Республика Президенты Башҡортостанда балалар эске туризмын үҫтереү йәһәтенән чиновниктарҙың эшмәкәрлеген тәнҡиткә алды.
— Республиканың алыҫ райондарында йәшәгән балалаҙың Өфөгә килеп, музейҙарҙы күреү мөмкинлеге булһа, бик шәп булыр ине. Әммә беҙҙең чиновниктар был йәһәттән ярҙам итергә теләмәй, — тине Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы һүҙҙәренсә, инвесторҙарҙы йәлеп итеү өсөн, туризмдың ниндәйҙер бер төрөн һайлап, уға күберәк иғтибар бүлергә кәрәк. Президент ултырышта ҡатнашыусылар алдына төбәктең туристик мөмкинлектәрен асыҡлау һәм республиканың туристик индустрияһын үҫтереүҙә комплекслы саралар ҡабул итеү буйынса аныҡ бурыстар ҡуйҙы.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостан супергеройҙары: "Самрау батшаның бүләге" спектакле "Урал батыр" эпосын сәхнәгә ҡайтарҙы
Дүшәмбе, 09 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
«Урал батыр» эпосының факсимиль күсермәһе Евразия күсмә цивилизациялар музейына тапшырылды
Йәкшәмбе, 08 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
"Әйҙә уйнарға" фестивалендә Өфө тураһында уйын менән таныштырҙылар
Йома, 06 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө