Рөстәм Хәмитов «Беҙҙең заман геройы» телефестивале конкурсанттарын наградлау тантанаһында ҡатнашты

Рөстәм Хәмитов «Беҙҙең заман геройы» телефестивале конкурсанттарын наградлау тантанаһында ҡатнашты

22 ноябрҙә Конгресс-холда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Беҙҙең заман геройы» социаль әһәмиәтле телетапшырыуҙар һәм телефильмдар фестивале сиктәрендә «Замандаш экранда» ижади конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһында ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Шулай уҡ фестивалде ябыу тантанаһында конкурста ҡатнашыусыларҙы Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһы Президенты Эдуард Сагалаев ҡотланы, тип хәбәр итте республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

— Әлеге ауыр ваҡытта ла арабыҙҙа үҙенсәлелеге менән айырылып торған кешеләрҙең булыуы ҡыуандыра, — тине Рөстәм Хәмитов. – Улар, бәлки, башҡараҡтыр. Бөгөнгө ҡағиҙәләргә тап килмәйҙәрҙер ҙә, әммә улар үҙҙәренең тормоштағы әхлаҡи талаптарына, өҫтөнлөктәренә ярашлы йәшәй. Бындай кешеләр бар, һәм уларҙы эҙләп тапҡандары өсөн телевидение хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт. Эҙләп табыу ғына түгел, улар тураһында фильмдар төшөрә, дөрөҫ, ғәҙел һүҙҙәрен еткерә, уларҙан ысынында ла герой яһай. Улар беҙҙең заман геройҙары булып тора, әммә телевидение уларҙы күреп белергә мөмкинлек бирә.

Республика башлығы «бындай фестивалде ойоштороусы, меркантилизм, аҡса артынан ҡыуыу хас булған ауыр осорҙа ла бындай оло эште алып барыусы, Өфөгә килеп беҙгә ысын мәғәнәһендә ғәҙеллек дәрестәрен биреүсе кешеләрҙең барыһына ла» рәхмәтен белдерҙе.

«Беҙҙең заман геройы» бөтә Рәсәй фестивале Өфөлә тәүгә үткәрелде. Уны ойоштороусылар булып Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте сығыш яһаны. Өс көн дауамында, 20-22 октябрҙә, Рәсәй телевидениеһы һәм киноһы хеҙмәткәрҙәренең оҫталыҡ кластары үтте, һәр номинацияла еңеүселәр билдәләнде. Быйыл конкурсҡа йәмғеһе 130-ҙан ашыу эш ҡабул ителгән.

«Башинформ» ИА

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb