Рөстәм Хәмитов Михаил Нестеровтың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған тантаналы кисәлә ҡатнашты
Кисә 25 сентябрҙә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Михаил Нестеровтың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған тантаналы кисә үтте. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
— Республикабыҙҙың һынлы сәнғәт мәктәбе үҙенең һәләте менән айырылып тора. Һәм Михаил Васильевич был мәктәпте булдырыуға нигеҙ һалған да инде. Әлбиттә, бөгөн беҙҙең алда рәссамдарға ярҙам итеү бурысы тора. Михаил Нестеров исемендәге музейҙы ҙурайтырға кәрәк. Өфөлә, Башҡортостан Республикаһында Рәссамдар йортон булдырыу зарур. Музейҙарҙың һаҡлағыстарында ятҡан рәсемдәрҙе, уларҙа сағылдырылған матурлыҡты халыҡ күрә алһын өсөн бындай биналарҙы төҙөү мотлаҡ, — тине Башҡортостан Президенты үҙенең сәләмләү һүҙендә.
Өфөлөләрҙе шулай уҡ Третьяков галереяһы директоры урынбаҫары Лидия Иовлева, Рус дәүләт музейы хеҙмәткәре Павел Климов сәләмләне. Улар рәссамдың тормош юлы һәм ижады хаҡында һөйләне.