Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡтың Мәғариф системаһы тарихы музейында булды

Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡтың Мәғариф системаһы тарихы музейында булды
Стәрлетамаҡта август кәңәшмәһе сиктәрендә республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡаланың Мәғариф системаһы тарихы музейында булды. Ул 28 йыл элек 5-се гимназияла булдырылған. Әммә быйыл яҙ барлыҡ материалдар 31-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенә тапшырылған һәм был осраҡлы түгел. Уның биләмәһендә беренсе уҡытыусыға арналған скульптура композицияһы урынлашҡан. Һәйкәл Уҡытыусы йылында (2010) булдырылған. Республика башлығы һәйкәлгә сәскәләр һалды. Башҡортостан Президенты менән аралашыу барышында музей директоры Валентина Букреева комплекс тураһында һөйләне. Ул «Мәғариф тарихы» һәм «Хәҙерге заман» исемле ике өлөштән һәм китапхананан тора. Үҙ сиратында, Рөстәм Хәмитов музей эшмәкәрлеген яңыртырға тәҡдим итте: — Беҙ заманса донъяла йәшәйбеҙ. Шуға күрә элекке стандарттарҙан арынырға кәрәк. Бында тәҡдим ителгән экспонаттар, тәү сиратта, балалар өсөн ҡыҙыҡ булырға тейеш. Музей булдырыуығыҙ яҡшы, әлбиттә, әммә уны тулыландырыу ҙа зарур, — тине Президент. Рөстәм Хәмитов мәктәп эшмәкәрлеге менән дә танышты, 1 сентябрҙә ул 1220-нән ашыу баланы ҡаршы аласаҡ. Бында 89 уҡытыусы эшләй. 33-сө урта мәктәптә республика Президентына «Мәғариф» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы» проектын тәҡдим иттеләр. Ул уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙың шәхси эштәренән торған мәғлүмәт базаһынан ғибәрәт, бында уҡыусыларҙың өлгәшеү кимәле лә сағылдырыла һәм анализлана. Пилот проектында Стәрлетамаҡтың 10 мәктәбе ҡатнаша. Бынан тыш, мәктәптең информатика бүлмәһендә Рөстәм Зәки улын интерактив тренажерҙар һәм ҡоролмалар мөмкинлектәре менән таныштырҙылар. Шулай уҡ төбәк башлығы ҡаланың 5-се урта мәктәбендә булды, унда күп функциялы спорт майҙансығын ҡараны һәм уҡыусылар менән аралашты. Бында меңдән ашыу бала белем ала, 67 педагог эшләй, уларҙың 85 проценты юғары һәм беренсе категорияға эйә. Бынан һуң Башҡортостан Президенты Стәрлетамаҡ хакимиәтенең мәғариф бүлегендәге мәғлүмәт-методик үҙәгендә булды. Бында Рөстәм Хәмитов республикала берҙән-бер булған Trans-Force мәғлүмәт-белем биреү комплексы эшмәкәрлеге һәм мөмкинлектәре менән танышты. Заманса технологиялар ярҙамында уҡыусылар дәресте төптәнерәк һәм ентекләберәк өйрәнә. Президент фекеренсә, тап ошондай программалар балаларҙы ҡыҙыҡһындыра ала ла инде һәм был иң мөһиме.
Сығанаҡ: «Башинформ»

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb