Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Рөстәм Хәмитов Тәтешле районында «Тыуған ауылым» байрамында ҡатнашты
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 16 июль 2012
Рөстәм Хәмитов Тәтешле районында «Тыуған ауылым» байрамында ҡатнашты
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Тәтешле районының Аҡсәйет ауылында «Тыуған ауылым» республика халыҡ байрамында ҡатнашты.
Республика Президентын Тәтешле районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Татарстандың халыҡ артисы Салауат Фәтхетдинов ҡаршы алды. Рөстәм Хәмитов майҙанда урынлашҡан башҡорт һәм татар тирмәләрен, удмурт, мари һәм рус милли ихаталарын ҡараны.
— Бөгөн Тәтешле районында оло байрам, — тип сарала ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итте Рөстәм Хәмитов. – Һәр кемдең тыуған ауылы, ҡалаһы бар. Унда ҡайтып торорға кәрәк, үҙеңдең бәләкәй ватаныңды белеү зарур. Бына мин дә бөгөн тыуған яҡтарыма ҡайттым. Был байрамды ойоштороусыларға – Салауат Фәтхетдиновҡа, Рушан Гәрәевҡа, һеҙҙең барығыҙға ла ҙур рәхмәт белдерергә кәрәк. Бындай халыҡ байрамы беҙҙең өсөн мөһим. Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе был матур байрам – беҙҙең барыбыҙҙы ла берләштергән дуҫлыҡ, яҡташтар байрамы менән ҡотлайым. Әлеге байрам ололарға – хөрмәт, йәштәргә — бүләк, балаларға үрнәк булып тора.
Рәсәй Президенты исеменән Рөстәм Хәмитов ошо көндәрҙә үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләгән Тәслимә Әхмәроваға ҡотлау хатын тапшырҙы. Шулай уҡ Башҡортостан Президенты өс бала тәрбиәләгән Шәрәфетдиновтар ғаиләһенә яңы йорттан асҡыс тапшырҙы. 50 һәм 60 йыл бергә ғүмер иткән ғаиләләр ҡиммәтле бүләктәр менән тәбрикләнде.
Рушан Гәрәев Рөстәм Хәмитовҡа күрһәткән хөрмәте өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Тәтешле районының республика үҫешенә өлөш индереүен билдәләне. Артабан Салауат Фәтхетдинов, шулай уҡ Башҡортостан, Татарстан, Удмуртия һәм Пермь крайынан башҡа артистар ҡатнашлығында матур концерт үтте.
Аҡсәйет ауылында билдәләнгән «Тыуған ауылым» байрамы тәүгә 2006 йылда үткәрелде. Быйыл БР Хөкүмәте бойороғона ярашлы байрамға республика статусы бирелде. Сара сиктәрендә төрлө конкурстар, шулай уҡ балалар һабантуйы үтте. Сығанаҡ:
«Башинформ»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө