Рөстәм Хәмитов Вилдан Яруллин һәм Салауат Фәтхетдинов менән осрашты

Рөстәм Хәмитов Вилдан Яруллин һәм Салауат Фәтхетдинов менән осрашты

24 октябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Вилдан Яруллин һәм Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Татарстандың халыҡ артисы Салауат Фәтхетдинов менән осрашты.

Вилдан Яруллин һәм Салауат Фәтхетдинов Башҡортостан Президентына «Салауат күпере» тип исемләнгән яңы ижади проект тураһында һөйләне. Ул мәҙәни һәм рухи бәйләнештәрҙе артабан нығытыуға булышлыҡ итәсәк. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар, Башҡортостандың күп ҡырлы һәм бай рухи мәҙәниәте әле донъя кимәлендә тулы күләмдә күрһәтелмәгән, тип билдәләне.

Идея авторҙары бөтә ил буйынса күсмә концерттар ойошторорға ниәтләй, унда Башҡортостан менән Татарстандың популяр музыкаль коллективтары һәм башҡарыусылары, шулай уҡ Үзбәкстандың легендар «Ялла» вокаль төркөмө йәлеп ителәсәк.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тәҡдимде хупланы һәм яңы ижади проектта ҡатнашыусыларға уңыштар теләне, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

«Башинформ»

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb