Сәхнәлә — «Ҡаһым түрә»

Сәхнәлә — «Ҡаһым түрә»
21 февраль Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында йәмәғәтселек һәм тамашасылар көтөп алған «Ҡаһым түрә» (Б.Бикбай, Х.Иргалин) драмаһының премьераһы үтә. Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы – театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов.
Башҡорт драматургияһын һәм театр сәнғәтен үҫтереүҙә ғәйәт ҙур роль уйнаған мәшһүр драматург Баязит Бикбайҙың тарихи шәхесебеҙ Ҡаһым Мырҙашев хаҡындағы һуғыш һәм тыныслыҡ тураһында уйландырғыс, тәрән йөкмәткеле әҫәре 1957 йылда яҙылған.
Ҡаһым түрәнең күп яҡлы һәм ҡатмарлы шәхесе, 1812 йылғы Ватан һуғышында (Ҡаһым түрә һәр береһендә 500 яугир иҫәпләнгән 28 полктың береһен етәкләй) тотҡан урыны, үлемһеҙ батырлығы беҙҙе ҡыҙыҡһындырыуҙан туҡтамай. Тарихи документтарҙа Ҡаһым полкы тураһында мәғлүмәттәр бик аҙ. Кем ҡулынан һәләк булған батыр, тыуған илдән алыҫта, сит ерҙәргә уға яугир- юлбашсы бурысын үтәргә ниндәй илаһи көс ҡөҙрәт биргән ? Ҡаһым түрәне ололап кем йыр сығарған?
«Ваҡиғалар барған осор ғәйәт ҡатмарлы дәүер була. Ошондай ҡәтғи шарттарҙа башҡорт яугирҙарын тыуған илгә намыҫлы һәм эскерһеҙ хеҙмәт итергә ниндәй инаныуҙар саҡырған, тигән һорау тыуа һәм беҙ ошо һорауға яуап бирергә ынтылабыҙ», - ти режиссер.
Спектаклдең рәссамы - Альберт Нестеров, композиторы - Урал Иҙелбаев, балетмейстеры – Сулпан Асҡарова.
Ҡаһым түрә ролендә - Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb