Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Сәхнәлә йәнә "Ҡыҙҙар моңо" яңғыраясаҡ
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Сәхнәлә йәнә "Ҡыҙҙар моңо" яңғыраясаҡ
10 декабрь Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә "Ҡыҙҙар моңо - моңо халҡымдың" тип аталған ҙур поэтик сара үтә.
Был ижади проект театр сәхнәһендә яҙ айҙарында үткәйне инде, уның уңышлы булыуын иҫәпкә алып, шиғыр кисәһен йәнә ҙур сәхнәгә сығарырға ҡарар итә театр етәкселеге. Тамашала билдәле шағирәләр, халҡыбыҙҙың аҫыл ҡатын-ҡыҙҙары - Тамара Ғәниева, Лариса Абдуллина, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөлфиә Ханнанова, Тамара Искәндәриә, Гөлназ Ҡотоева әҫәрҙәре һәм уларҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраясаҡ, әҙибәләр үҙҙәре лә ошо тамашала ҡатнашасаҡ. Шиғырҙарҙы һәм йырҙарҙы театрҙың төрлө быуын артистары башҡара. Был үҙенсәлекле поэтик спектакль ҡуйылышы менән тамашасылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Ғәҙәттә, ҡатын- ҡыҙҙар шиғриәте күберәк һөйөү, мөхәббәт, тәбиғәт, ғаилә ҡиммәттәре хаҡында, тип иҫәпләргә күнеккәнбеҙ, әммә гүзәл заттар ижадын яҡындан байҡағанда уҡыусы уларҙа тормоштоң иң етди проблемаларын, йәмғиәттең иң сетерекле мәсьәләләрен күрә, халыҡ, милләт, киләсәк, ғәләм төшөнсәләре тирәләй тәрән фәлсәфәүи уйланыуҙары бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Поэтик-музыкаль кисәнең төп маҡсаты ла шағирәләребеҙҙең ижадын халыҡҡа асығыраҡ ишеттереү, төрлө яҡлап асыу, тамашасыға шиғыр байрамы бүләк итеү.
Проект авторы – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С. Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев. Рәхим итегеҙ, дуҫтар!
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө