Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Сәйҙә ИЛЬЯСОВАНЫҢ 50 йәшлек юбилейына арналған бенефисы
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 27 январь 2015
Сәйҙә ИЛЬЯСОВАНЫҢ 50 йәшлек юбилейына арналған бенефисы
Сағыу ижады, моңло тауышы менән һоҡландырған башҡорт йыр сәнғәте йондоҙо Сәйҙә Ильясова ғүмер байрамы айҡанлы бенефисына саҡыра. Күркәм тамашала йырсының ижадташ дуҫтары Флүрә Килдейәрова, Ҡондоҙ Ҡаламбаева, “Ант” төркөмө, республиканың билдәле сәнғәт йондоҙҙары ҡатнаша. Шулай уҡ Р.Ғәрипов исемендәге Республика гимназия-интернатының “Аҡйондоҙ” бейеү ансамбле һәм Башҡорт дәүләт универститетының бейеү коллективы сығыш яһаясаҡ.
Билдәле йырсы, ҡыҙыҡлы, эстәлекле тамашалар сәхнәлләштереүсе һәләтле режиссер, актриса - былар барыһы ла Сәйҙә Ильясова тураһында. Ул беренсе тапҡыр сәхнәгә 1982 йылда үҙешмәкәр йырсы булараҡ аяҡ баҫа һәм шунан бирле ижад ялҡынында янып йәшәй. Моңло тауышлы йырсы профессиональ ижад юлын Башҡорт дәүләт филармонияһында әҙәби-музыкаль лекторийҙа башлай һәм бөгөнгәсә был коллектив составында ижад итә.
Тамашасы сәнғәт әһелен юғары профессиональ кимәлдәге, бар күңелен һалып башҡорт халыҡ, башҡорт, рус, сит ил композиторҙары йырҙарын башҡарыуысы йырсы булараҡ белә һәм түҙемеһелек менән уның концерттарын көтөп ала.
Үҙ-үҙенә талапсан, һәр ваҡыт камиллыҡҡа ынтылған, эҙләнеүсән Сәйҙә Ильясова режиссер булараҡ та киң билдәлелек яуланы. Ул башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын оҫта сағылдырған, бөйөк шәхестәрҙең ижадына арналған бихисап программаларҙы сәхнәләштерҙе: “Кәкүк сәйе”, “Шағир һәм мәғрифәтсе Аҡмулла”, “Бер ғаилә булып”, “Донъя халыҡтары бейеүеҙәре”, М.Аҡмулла һәм З.Исмәғиловтың ижадына арналған “Бөйөклөктән рухланам” кеүектәре айырыуса тамашасы күңеленә хуш килде. Ғаилә йылына бағышланған “Илкәйемдең шиңмәҫ аманаты” исемле программала башҡорт халыҡ йырҙары традицион рәүештә лә, орган, ҡыллы квартет, Башҡортостан Республикаһының халыҡ ҡоралдары милли оркестры оҙатыуында ла яңғыраны. Бындай үҙенсәлекле тамаша бүләк иткәне өсөн халыҡ яратҡан йырсыһын аяғүрә алҡыштарға күмде.
Сәйҙә Ильясованың ижад емеше булып, “Бер моңланам бер көләм” (2001й.), “Башҡорт халыҡ йырҙары”,(2004 й.), “Таҡмаҡтар һәм күңелле йырҙар”(200 6й.) исемле өс альбомы донъя күрҙе. Шулай уҡ йырсы беренселәрҙән булып С.Низаметдиновтың “Мөхәббәт йондоҙо” исемле рок операһында төп партияларҙың береһе Ләйләне башҡарҙы. Ә 2007 йылда “Башҡортостан” киностудияһы төшөргән “Рәхмәт” исемле кинола ҡатнашып, Сәйҙә Ильясова үҙен талантлы актриса ла итеп күрһәтте.
Сәйҙә Ильясованың йыр-моң менән һуғарылған ижад байрамына рәхим итегеҙ, дуҫтар!
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө