Сәйфи Ҡудаштың шәхси китапханаһындағы китаптар БДПУ-ға тапшырыласаҡ

Сәйфи Ҡудаштың шәхси китапханаһындағы китаптар БДПУ-ға тапшырыласаҡ
Башҡорт дәүләт педагогия университетының Китапхана- мәғлүмәт комплексында 10 апрелдә Башҡортостандың халыҡ шағиры Сәйфи Ҡудаштың мемориаль китапханаһы асыласаҡ.
Шағирҙың ҡыҙы Сөйөмбикә Ҡудашева атаһының шәхси китапханаһын студенттарға файҙаланыуға бирергә ҡарар итте. Китаптар йыйынтығында үткән быуаттың урталарында нәшер ителгән үзбәк, татар һәм украин телдәрендәге йөҙәрләгән китап иҫәпләнә.
Мемориаль китапхана БДПУ-ның Китапхана-мәғлүмәт комплексының һирәк китаптар бүлегендә урын аласаҡ.
Сәйфи Ҡудаш Өфө губернияһының Келәш ауылында (әлеге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы) урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1904-1913 йылдарҙа ауыл мәҙрәсәһендә уҡый, 1913-1915 йылдарҙа Ҡаҙағстанда балалар уҡыта, унан һуң өс йыл Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһе шәкерте була. 1927 йылдан — КПСС ағзаһы. 1930 йылда «Октябрь» журналына мөхәррир итеп ҡуйыла. 1943-1948 йылдарҙа — БАССР Яҙыусылар союзы рәйесе. 1930 йыл уртаһынан алып үҙен тулыһынса әҙәби эшмәкәрлеккә арнай. «Почет Билдәһе» ордены, Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы ордендары менән наградлана, 1964 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен ала. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты.
Сәйфи Ҡудаштың тәүге шиғырҙары «Ҡармаҡ» журналында (1916, Ырымбур) баҫыла һәм мосолман руханиҙарына ҡаршы йүнәлтелгән була. Артабан 1917 йылғы революциялар араһында ул милли азатлыҡ көрәше темаһына мөрәжәғәт итә, артабан социалистик революцияны яҡлап сыға. 1940-сы йылдарҙағы ижады совет халҡының фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшенә арнала.
Сығанаҡ: «Башинформ»

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb