“Сәсән килә, сәсән килә, әйтер һүҙен сәсеп килә…”

“Сәсән килә, сәсән килә, әйтер һүҙен сәсеп килә…”
Өфөлә, Республика халыҡ ижады үҙәгендә барлыҡҡа килгән сәсәндәр үҙәге эше әүҙемләшә. Ошо көндәрҙә уның ағзалары әйтеш буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә йыйына. Сәсәндәр үҙәге етәксеһе Нәфисә Тулыбаева әйтеүенсә, ваҡытында онотолоп ҡалған һүҙ оҫталығы сәнғәтен тергеҙеү эштәре әүҙем алып барыла. Һүҙ оҫталығы менән бәйле йолаларҙы үҫтереү өсөн Рәсәй төбәктәренә экспедициялар ойоштороу, тәжрибә уртаҡлашыу, уртаҡ сараларҙа ҡатнашыу ҡаралған. Был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙы үҙ өҫтөнә үҙәк етәксеһе урынбаҫары Гөлгөнә Баймырҙина, танылған йәмәғәт эшмәкәрҙәре Мәрйәм Бураҡаева һәм Рәйсә Күзбәкова алған. Билдәле сәсәндәрҙең исемен тергеҙеү, улар рухына бағышланған саралар уҙғарыу, сәсәнлек оҫталығына эйә өлкән быуын вәкилдәрен танытыу эше лә планлаштырыла. .

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb