Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Сабый тыуҙы, исеме — Һәҙиә
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 24 июль 2012
Сабый тыуҙы, исеме — Һәҙиә
Башҡорт ерендәге ҡылғанлы дала, бары тик был яҡтарҙа ғына үҫкән әрем, матур Ырғыҙ буйҙары... Һәҙиә Дәүләтшина, Ғөбәй Дәүләтшин, Рәшит Ниғмәтиҙәр ижады аша таныш беҙгә был күренештәр. Бына күпме арҙаҡлы шәхестәрҙе биргән башҡорт әҙәбиәтенә Һамар ере! Бында илленән ашыу милләт вәкиле — урыҫ, башҡорт, татар, украин, ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ һәм башҡа халыҡтар үҙ-ара татыу йәшәй. Оло Чернигов районында һигеҙ башҡорт ауылы иҫәпләнә. Ырғыҙ, Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Хәсән ауылдарын үҙ эсенә алған Украинка ауыл биләмәһенең яртыһын башҡорттар тәшкил итә. Шуға күрә, әсә теле булараҡ, мәктәптәрҙә башҡорт теле өйрәнелә.
Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы уҙғарған йыйында Башҡортостан Республикаһы исеменән ҡатнашҡан Дүртөйлө районы вәкилдәре башта Украинка дөйөм белем биреү мәктәбендә булды.
Башҡортостандан йыраҡта йәшәһәләр ҙә, үҙ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәтен, телен һаҡлап ҡалған улар. Күркәм йолаларҙы йәштәргә еткереү, туғанлыҡ ептәрен нығытыу маҡсатында бай тарихлы Ҡыпсаҡ ауылында йыйын уҙғарыу хәҙер матур ғәҙәткә әйләнеп бара. Быйыл ул туғыҙынсы тапҡыр ойошторолдо. Йыйында ҡатнашыусыларҙы дүртөйлөләр ҡорған тирмәләр ҡыҙыҡһындырҙы. Уның береһендә — тарихи ҡомартҡылар, икенсеһендә — табын ҡоролған өҫтәлдәр. Ә тирмәләрҙе ата-бабаларыбыҙҙың көнкүрешен, төрлө шөғөлдәрен сағылдырған күргәҙмәләр уратып алған. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлшат Хөсәйенова ҡунаҡтарҙы бик бай мәғлүмәт менән таныштырҙы. Башҡорт теле уҡытыусыһы Мәүлимә Мөфтиева, Альбина Сәйетова, Ғәлимә Камалова көнкүреш кәрәк-ярағының нисек эшләнеүе, умартасылыҡ, солоҡсолоҡ, ҡымыҙ әҙерләү серҙәре менән таныштырҙы.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре балаға исем ҡушыу йолаһын сәхнәләштерҙе. Яңы донъяға килгән сабыйға Һәҙиә тип исем ҡушыу — ҡайһылай һөйөнөс!
Йырлы-моңло байрамға әйләнде йыйын. Кемдер уйындарҙа ҡатнашып бүләк алды, теләгәндәр концерт ҡарап ял итте. Ауыл янындағы ялан ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә ине. Тирмә янында ҡайнашҡан ашнаҡсылар Фирүзә Шәмғүнова, Гөлсинә Әбүбәкерова бишбармаҡ бешереү серҙәрен өйрәтте. Был яҡтарҙа уны ҡунаҡ һыйы тип атайҙар икән.
Ғөмүмән алғанда, йыйындан йәше лә, ҡарты ла бик ҡәнәғәт ҡалды. Сығанаҡ:
«Башҡортостан» гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө