Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Салауат дәүләт башҡорт драма театры яңы миҙгелде асырға әҙер
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 20 сентябрь 2012
Салауат дәүләт башҡорт драма театры яңы миҙгелде асырға әҙер
Салауат дәүләт башҡорт драма театры яңы театр миҙгелен асыу һәм театрҙың был сезонға пландары тураһында һөйләшеү өсөн ҡала матбуғат саралары менән берлектә пресс-конференция үткәрҙе. Унда театрҙың етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова, етәксе урынбаҫары Рөстәм Фазылов, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Миндулла Иҙрисов һәм театрҙың әҙәби-драматик бүлеге етәксеһе Эльвира Исҡужина ҡатнашты.
Быйыл театр 80 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Шуға ла киләсәк сезон төрлө матур сараларға бай булмаҡсы. Беренсенән, театр драматург Туфан Миңнуллиндың яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер акцияһы сиктәрендә әҙиптең әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған өс спектакль менән Туфан ағайҙың тыуған яҡтарында сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ яҙ көнө драматик спектаклдәрҙәге йырҙарҙы башҡарыусы актерҙар араһында республика асыҡ конкурсы үткәрәсәк. Был бәйге беренсе тапҡыр уҙғарыла. Ул яңы таланттар асырға, йырсы актер, спектаклдәрҙе музыкаль яҡтан биҙәп, көй-йырҙар ижад итеүсе композиторҙарҙы билдәләргә ярҙам итер. Тағы ла театр етәкселәре тарафынан шәп ижади проект уйланылған. Ул да булһа Башҡортостан һәм Татарстандың бәләкәй ҡалалары араһында Төбәк-ара театр фестивале. Был сараны үткәреү матур бер йолаға әүрелер, тигән өмөттәбеҙ. Тамашасыларҙы ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс премьералар менән ҡыуандырырға онотмабыҙ. Иң талантлы режиссерҙар үҙ ижадтары менән аралашыр. Ғөмүмән, яңы сезонға яңы өмөттәр бағлайбыҙ,- тип хәбәр иттеләр театрҙың реклама бүлегенән.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө