Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Салауат районы «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамына әҙерләнә
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 15 июнь 2012
Салауат районы «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамына әҙерләнә
«Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы беренсе тапҡыр 2004 йылда халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуға арналып, уның тыуған ере – Салауат районында уҙғарылғайны. Хәҙер иһә был сара халыҡтың йыл һайын көтөп алған матур байрамына әүерелде.
«Салауат йыйыны» байрамы быйыл 16 июндә Салауат районының Ҡаратаулы ауылы янында, Йүрүҙән йылғаһы буйында үтәсәк. Ул яҙғы баҫыу эштәренең тамамланыуына һәм Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арнала.
Байрам БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Салауат районы хакимиәте менән ойошторола.
Республика байрамы программаһы менән театрлаштырылған тамаша, ат сабыштары, көрәш, «Бауырһаҡ» конкурсы планлаштырылған. Шулай уҡ волейбол һәм футбол матчтары, гер спорты, еңел атлетика һәм армрестлинг буйынса ярыштар ойоштороласаҡ. Малайҙар һәм үҫмерҙәр үҙҙәрен «Йүрүҙән бөркөтө» конкурсында (уҡ атыу, һөңгө ташлау) һынап ҡарай ала.
Спорт ярыштарынан тыш, ойоштороусылар ижади конкурстар ҙа әҙерләй. Мәҫәлән, үҙешмәкәр коллективтарҙа ҡатнашыусылар — хор, вокаль, фольклор, бейеү ансамблдәре, айырым башҡарыусылар, дуэттар күп жанрлы конкурста ҡатнаша ала. Йәш башҡарыусылар араһында айырым конкурс үткәреләсәк. Еңеүселәр һәм призерҙарға ҡиммәтле бүләктәр әҙерләнгән.
Бынан тыш, ауыл биләмәләренең, ойошмалар, учреждениеларҙың парады, һәр төрлө халыҡ уйындары үткәреләсәк.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө