Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Салауат театры яңы ижад миҙгелен аса!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 02 ноябрь 2012
Салауат театры яңы ижад миҙгелен аса!
7-8 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә Салауат башҡорт дәүләт драма театры Мөҙәрис Багаев пьесаһы буйынса ҡуйылған “Мөхәббәт күле” спектакленең премьераһы менән үҙенең 80-се юбилей миҙгелен аса!
Тирә-яҡҡа үләттәр ауылы тигән даны таралған ерҙә ике ҡоҙа Кәбир һәм Хәким йәшәй. Тағы ла унда Ғабдулла ҡарттан башҡа кеше лә ҡалмаған, шикелле. Балталары һыуға төшөп, күңелдәре һүрелеп барған ваҡытта ҡарттар бик ҡиммәтле хазинаға тап була. Баҡтиһәң, Хәким ҡарттың ишек алдындағы һаҫыҡ күле тылсымлы көскә эйә икән! Был турала хатта боронғо сәйәхәтселәр үҙҙәренең көндәлектәрендә яҙып ҡалдырғандар, имеш. Әгәр ҙә шул күлдә ҡойоноп, уның һыуынан ауыҙ итһәң, йәшлектәге ғәйрәт ҡайтып, дәрттәр артып китә, ти. Беҙҙең ҡарттар ҙа мөғжизәле күлдең тылсымын татып ҡарамаҡ булалар…
Ҡуйыусы режиссер – Азат Йыһаншин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
Ҡуйыусы рәссам – Альберт Нестеров
Композитор – Илшат Яхин
Хореограф – Рәмиҙә Мөхәмәтшина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы
Спектаклдә ҡатнашалар: Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Миндулла Иҙрисов, Башҡортостандың халыҡ артисы Риза Мәһәҙиев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Науфилә Яҡупова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Наҙгөл Иҫәнбаева, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлфирә Сәфиуллина һәм дә театр артистары Фәтих Ҡолһарин, Рафаэль Ғәйнуллин, Мираҫ Йомағужин, Револь Ғималов, Альберт Ғөбәйҙуллин.
Рәхим итегеҙ!
Автор: Эльвира Исҡужина
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө