Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Салауат Юлаев. Эстония хәтерләй...
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Салауат Юлаев. Эстония хәтерләй...
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Салауат Юлаев» китабының исем туйы үтте. Милли батырыбыҙҙың тыуыуына 260 йыл тулыу айҡанлы сыҡҡан китап Эстонияла донъя күргән. Баҫма Эстонияның аҙ һанлы милләттәре берләшмәһе, Палдиски ҡалаһының ҡала хакимиәте һәм «Урал» мәрхәмәтлек фонды ярҙамында сыҡҡан. Идея авторы һәм төҙөүсеһе – Таллин ҡалаһындағы «Ағиҙел» башҡорт мәҙәниәте йәмғиәте етәксеһе Флүзә Хәйруллина.
Флүзә апай әйтеүенсә, Салауат хаҡында китап сығарыу уның күптәнге хыялы:
- Дөрөҫөн әйткәндә, ябай эстон халҡы милли геройыбыҙ хаҡында ул хәтлем белеп бөтмәй, шуға күрә лә был китап кәрәкле тип иҫәпләйем. Рус һәм эстон телендә сығыуы ла отошло, был уҡыусыларҙы күберәк йәлеп итер тигән өмөт уята. Байтаҡ архив материалдары, Салауаттың иң билдәле шиғырҙары тупланды, фотоһүрәттәргә лә бай. Эстонияның Мәҙәниәт министрлығына һәм «Урал» мәрхәмәтлек фондына оло рәхмәтемде еткерәм. Киләсәктә тағын да материалдар туплап, китапты яңынан баҫтырырға тигән уй бар.
Флүзә Хәйруллинаның улы Илнур Мостай Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш» драмаһын эстон теленә тәржемә иткән:
- Мин профессиональ тәржемәсе түгел, шуға күрә лә ҡыйын ваҡыттар ҙа булды, - тип белдерҙе ул. 1-се курс студенты өсөн был бик маҡтаулы. Афарин, Илнур!
ТЕА нәшриәте вәкиле Сильви-Айре Вилло ла үҙ фекерҙәре менән бүлеште:
- Мин Башҡортостанда тәүге тапҡырмын, килергәме-юҡмы тип оҙаҡ уйландым һәм бындай форсат тормошта бер тапҡыр ғына була тип, тәүәккәлләнем. Шул хәтлем бай тәъҫораттар алдым. «Салауат йыйыны»нда, батырҙың музейында булдыҡ, килеүемә ҡыуанып бөтә алмайым. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!
Билдәле шағирҙар Ҡәҙим Аралбаев һәм Лариса Абдуллина республика халҡы исеменән ҡунаҡтарға оло рәхмәттәрен еткерҙеләр. Салауаттың эстон телендә яңғыраған шиғырҙары сараға ҡабатланмаҫ йәм өҫтәне.
Әйткәндәй, Эстонияла китаптың исем туйы 10-12 июль үтәсәк, унда Башҡортостандан да делегация ҡатнашасаҡ.
Фотогалереяға күсергә
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостан супергеройҙары: "Самрау батшаның бүләге" спектакле "Урал батыр" эпосын сәхнәгә ҡайтарҙы
Дүшәмбе, 09 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
«Урал батыр» эпосының факсимиль күсермәһе Евразия күсмә цивилизациялар музейына тапшырылды
Йәкшәмбе, 08 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
"Әйҙә уйнарға" фестивалендә Өфө тураһында уйын менән таныштырҙылар
Йома, 06 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө