Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
САЛАУАТТЫҢ ШИҒЫРҘАРЫ ДОҒА БУЛЫП ЯҢҒЫРАНЫ
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
САЛАУАТТЫҢ ШИҒЫРҘАРЫ ДОҒА БУЛЫП ЯҢҒЫРАНЫ
"Салауат" һүҙе ғәрәп телендә "фатиха" тигәнде аңлата икән. Башҡорт халҡына быуаттар аша тамырҙарын онотмай, рухын юғалтмай, тыуған илен ҡурсалап, айырым бер милләт булып һаҡланып ҡалһын өсөн был фатиха Хоҙай тарафынан күптән, 260 йыл элек үк ебәрелгән. Мәңгелеккә милли үҙаңыбыҙ һағында тороусы батыр, башҡорт халҡының бөйөк сардары Салауат Юлаев бөгөн дә изге юлын - кеше күңеленә азатлыҡ, үҙаллылыҡ орлоҡтарын сәсеү, ата-бабаларҙан ҡалған ерҙе яҡлап дауға ҡаршы сығырлыҡ көс биреп, әйҙәүсе булыуын дауам итә. Заманалар үҙгәреп, ҡулға ҡорал алып, яуға күтәрелер саҡтар күптән уҙһа ла, аҡыл туплап, дөйөм ил яҙмышына битараф булмаҫҡа өндәй ул беҙҙе. Милли батырыбыҙ, шағир-импровизаторҙың баҡыйлыҡҡа киткән көнөндә уның иҫтәлегенә арнап үткәрелгән әҙәби флешмоб Салауатты йөрәк түрендә йөрөтәбеҙме, һүҙен күңелебеҙҙә тотабыҙмы икәнлекте тағы бер ҡат тикшерҙе.
Өфөләге Салауат майҙанына флешмобта ҡатнашырға теләп, мәктәп уҡыусылары, һөнәрселек училищелары һәм юғары уҡыу йорттары студенттары йыйылды. Теләгән һәр кем ҡушыла алған ирекле сараға миллиондар йәшәгән баш ҡалабыҙҙан ошо тиклем генә халыҡ килеүенә уның эш көнө уртаһында үткәрелеүе ҡамасаулағандыр, күрәһең. Шулай ҙа Салауат Юлаевтың шиғырҙарын майҙанда һөйләүселәр хатта күктәрҙең дә илһөйәрлек, ватансылыҡ, рух күтәренкелеге, халыҡсанлыҡ бөркөп торған шиғри юлдарға һыуһауына шаһит булды, сөнки бер көн алда ғына болоҡһоп, ямғырҙарын яуҙырып торған тәбиғәт ҡапыл аяҙытып, хатта эҫетеп тә ебәрҙе. Милли батырыбыҙ һәйкәле алдындағы майҙанда Салауаттың беҙгә тиклем килеп еткән үлемһеҙ шиғырҙары ҡат-ҡат яттан һөйләнде. Хатта алып барыусылар: "Тағы ла һөйләүселәр юҡмы?" - тип сараның аҙағына яҡынлашыуын белдергәндән һуң да, йәштәр бер-бер артлы түңәрәк эсенә сыға торҙо.
Ул арала Әлшәй районы Раевка мәктәбе уҡыусыһы Азалия Ғәлимуллина: "Бөгөн ошонда баҫып тороуыма бик шатмын! Тәьҫораттар әйтеп аңлатып бөткөһөҙ, таныш шиғырҙар ҙа бында, Салауат Юлаев һәйкәле алдында, икенсе төрлө яңғыраш ала", - тип, кисерештәре менән бүлеште.
Өфөлә үткәрелгән флешмобҡа Башҡортостандың Учалы һәм Салауат райондарындағы, Эстонияның Палдиски ҡалаһындағы милләттәштәр ҙә ҡушылырға тейеш булған икән. Ойоштороусыларҙың береһе, шағирә Лариса Абдуллина әйтеүенсә, учалылар сәсән һүҙле яугирҙың шиғырҙарын яттан һөйләүҙән тыш, уның исеменә арнап ағастар ултыртҡан. "Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулған йылда уның рухы менән һуғарылып, батырыбыҙҙы иҫкә алып, йәштәргә шиғырҙарын ятлатып, бергә йыйылып алыу маҡсатында ойошторолған сараға учалылар бар күңелдәрен һалып әҙерләнгән, иҫ киткес ҙур эш башҡарып, флешмобты юғары кимәлдә үткәргәндәр. Ә беҙҙең бөгөн бында, баш ҡалала, бер микрофон да табырлыҡ хәлебеҙ булманы, - тине Лариса Хашим ҡыҙы. - Шулай ҙа Салауаттың исеме, уның шиғырҙары быуаттар аша барлыҡ тыйыуҙарға, эҙәрлекләүҙәргә ҡарамаҫтан, бөгөнгәсә килеп еткән икән, бындай ғына ҡаршылыҡтарҙы йырып сығырбыҙ, киләсәктә әҙәби флешмобты йыл да үткәрергә мөмкинлек табырбыҙ, тип уйлайым". Тимәк, балаларыбыҙ рухи тәрбиә алмай үҫә, башҡортлоғон онота бара, тип ҡайғырырға түгел, һуңғы йылдарҙа тергеҙелә килгән боронғо башҡорт ғөрөф-ғәҙәттәренә иптәшкә тағы бер заманса йола өҫтәләсәк.
Батырҙың улы ла батыр, тигән борон ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған һүҙҙәр бар. Бөгөн башҡорттар араһында Салауат рухлы ир-уҙамандар бөтмәүен, теләгәндә, улар халыҡҡа үҙ һүҙен әллә ҡайҙа ятҡан Палдиски ҡалаһынан да ишеттерә аласағын белеп, күптәр һөйөндө. Салауат Юлаев майҙанында йыйылыусылар шиғырҙарҙы бөтә тирә-яҡты яңғыратып һөйләй алмаһа ла, батырыбыҙҙан ҡалған аманат һүҙҙәр тик милләтебеҙ ҡолағы ишетерлек итеп уҡыла торған доға кеүек ҡабатланды. Һәр кем Салауаттың шиғри һүҙҙәрен йөрәк түренән үткәрҙе, башҡорт халҡының рухи тотҡаһы, арҡа терәр улы булырҙай милләттәштәр, ил ҡайғыһын ҡайғыртырлыҡ йәштәр батырыбыҙ фатихаһын алып таралды.
Автор: Сәриә ҒАРИПОВА.
Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө