Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
САЛАУАТТЫҢ РУХЫ, ШИҒРИ ҺҮҘЕ... сал быуаттар аша елеп ҡайтты
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 30 июль 2014
САЛАУАТТЫҢ РУХЫ, ШИҒРИ ҺҮҘЕ... сал быуаттар аша елеп ҡайтты
Салауат районында үткән "Салауат йыйыны" Республика фольклор байрамының матур бер тамаша булыуҙан да бигерәк, рухыбыҙҙы терелткән, асылыбыҙға ҡайтырға ярҙам иткән сара икәнлегенә тағы бер инанырға насип булды быйыл. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуға һәм Мәҙәниәт йылына бағышланған йыйын үҙенең майҙанына 15 меңгә яҡын тамашасыны йыйҙы һәм ошоноң менән генә лә үҙенең мәртәбәһен һәм мөһимлеген тағы бер ҡат раҫланы.
"Ай, Уралым, Уралым..."
Ун йыл рәттән уҙғарылған "Салауат йыйыны"ның иң тулҡынландырғыс өлөшө, ғәҙәттә, театрлаштырылған тамашаға тура килеүенә өйрәнеп бөткәнбеҙ. "Сал быуаттар аша" тип аталған быйылғы тамаша аныҡ ҡына бер ваҡиға булараҡ үҫешмәһә лә, Салауатты яугир ғына түгел, нескә күңелле шағир булараҡ күрһәтеүе менән хәтерҙә ҡаласаҡ. Быны сценарий авторы Зөһрә Бураҡаева менән режиссер Азат Йыһаншиндың ҙур уңышы, тип иҫәпләргә мөмкин. Һүҙ сәнғәтен, бигерәк тә шиғри һүҙҙең баһаһын халҡыбыҙ борондан яҡшы белгән. Яҡшы һүҙ - йән аҙығы ғына түгел, ул рухи тәрбиә эшендә лә ҙур урынды биләй, илһөйәрлек, батырлыҡ, кешелеклелек сифаттарын үҫтерә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов менән Салауаттың - ике бөйөк һүҙ оҫтаһының, халҡыбыҙ азатлығы өсөн үҙенең ғүмерен йәлләмәгән ике яугирҙың ниһәйәт бер майҙанда осрашыуы ошо хәҡиҡәтте иҫебеҙгә төшөрөүе менән дә әһәмиәтле булды. Шулай ҙа шәхесте шәхес иткән иң мөһим төшөнсә - ул тыуған ереңде һәм милләтеңде эскерһеҙ яратыу тойғоһолор ул. Һәр хәлдә, Руслан Хайсаровтың Салауаты менән Фирғәт Ғариповтың Рәми образы уларҙы тап ошо сифаттар ҙур шәхес һәм шағир яһағанлығына ышандыра алды. Ә Гөлназ Ғөбәйҙуллина йыйын тарихында иң нәзәкәтле Зөләйха булып күңелдәрҙә һаҡланасаҡ.
Быйылғы йыйында тағы шул таң ҡалдырҙы: майҙанда иртәнән кискә тиклем төрлө урындарҙа Салауат Юлаевтың тыуған төйәгебеҙҙе данлаған "Ай, Уралым, Уралым" шиғыры доға кеүек ҡабатланды. Тарихи хәтеребеҙҙе нығытып торған Урал тауынан, ошо ерҙән, ошо һауанан, ошо һыуҙарҙан һәм, әлбиттә, "Салауат йыйыны"нда тулыһынса тиерлек сағылыш тапҡан рухи мөхитебеҙҙән башҡорт халҡы көс-ҡеүәт ала. Йыйын йәштәр араһында рух көсөн уятыусы бер сара булһа, Салауат бөгөн дә милләтте берләштереүсе, ойоштороусы, милли аңды уятыусы шәхес булып ҡала әле.
Көмөш тә генә өҙәңге...
"Көмөш өҙәңге" Эшҡыуарлыҡ инициативалары һәм кәсепселек бәйгеһе - быйылғы йыйындың тағы бер күркәм биҙәгенә әүерелде. Унда республиканың төрлө район-ҡалаларынан бәйгеселәр ҡатнашты. Конкурсҡа айырым оҫталарҙан тыш, халыҡ һөнәрҙәре һәм кәсепселек менән шөғөлләнеүсе шәхси эшҡыуарҙар саҡырылһа ла, тәүгеләре икенселәренә ҡарағанда күберәк булды.
Ғөмүмән, бәйгелә ни өсөндөр ир-егеттәр аҙ ҡатнашты. Әллә боронғо кәсептәр һаман да эшҡыуарҙар өсөн килем килтерә торған табышлы ысулға әйләнеп китә алмаған, әллә көслө зат бындай сараларға йөрөүҙе кәрәк тип тапмай, йә ата-бабалар һөнәрҙәре онотола төшкән. Ҡатын-ҡыҙ иһә һәр заманда ла шәл бәйләп, балаҫ һуғып, иш янына ҡуш булһын, тип тырышҡанға күрә, был шөғөлдәрҙән бөгөнгө көнгә тиклем айырылмаған. Хәйер, ҡул эше менән булышыу матди күҙлектән сығып түгел, ул йышыраҡ күңел өсөн башҡарыла торған шөғөл беҙҙә. Шуға ла бөгөн райондарҙа ағинәйҙәр ҡоро, мәҙәниәт усаҡтары хеҙмәткәрҙәре тарафынан кис ултырыу кеүек йолаларҙың күпләп тергеҙелеүе, уларға халыҡтың ихлас йөрөүе ошо хаҡта һөйләй. Ҡайһы бер яҡтарҙа шәлде йыл әйләнәһенә бәйләйҙәр, мәҫәлән, Ейәнсура районы Үтәғол ауылы китапханасыһы Зәриә Рахманғолова шәл бәйләгәндә бер юлы китап уҡып та ултырам, телевизорға ла ҡолаҡ һалып өлгөрәм, ти. Әйткәндәй, ейәнсуралар шәл бәйләп, ниндәй генә күргәҙмәләрҙә булмаған, баш ҡаланы уҙып, Мәскәү, Новгородҡа тиклем барып еткән. "Көмөш өҙәңге" бәйгеһенә лә улар иң эксклюзив шәлдәрҙе алып килгәйне. Хәйбулла районы Вәзәм ауылы ағинәйҙәренең әлеге мәлдә шәл һуғыу кәсебен тергеҙеп йөрөгән көндәре. Нурсилә апай Сурина әйтеүенсә, һуғылған шәл сифаты яғынан нығыраҡ була, тиҙ туҙмай, уны шәл дә, палантин итеп тә ябынырға мөмкин. Сама менән 10 мең тирәһе торған был затлы шәлдәрҙе башлыса бүләккә алалар, ти вәзәмдәр. Улар шулай уҡ балаҫ һуғыу эшенә лә тотонмаҡсылар. Аҫалы балаҫ - халҡыбыҙҙың юғары зауыҡҡа эйә булыуының тағы бер күрһәткесе шул. Һәр биҙәкте мәғәнәһенә ҡарап, төҫтәрен тап килтереп һуғыу ныҡышмалылыҡтан бигерәк, тап ана шул зауыҡ талап итә. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Әлшәйҙән килеп еткән балаҫ һуғыу оҫтаһы Нәзиә Әхмәтвәлиеваның аллы-гөллө балаҫтары был һөнәрҙең иң камил өлгөһө булып торҙо, тиһәк, һис тә яңылышмаҫбыҙ.
Балаҡатай ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәренең төбәгенә хас милли күлдәк-алъяпҡыстарға, таҫтамалдарға һалынған үҙенсәлекле сигеү өлгөләрен бөгөнгө көнгә тиклем һаҡлап ҡалыуҙары менән дан тота. Боронғо йолаларҙы еренә еткереп үтәгәнлектән, йола башҡарыу өсөн кәрәкле әйберҙәр халыҡ араһында бигерәк үтемле. Мәҫәлән, һәр килендең төшкән ерендә морондоҡ инәһе менән атаһы, йәғни, ата-әсәһен алыштырыусылары була. Был йола башҡарылған мәлдә морондоҡ атайға - ҡайыулы таҫтамал, морондоҡ инәйгә ҡайыулы алъяпҡыс бүләк ителә. Ошондай уҡ таҫтамалды ҡыҙҙың атаһы ризалыҡ билдәһе итеп төп ҡоҙаһына бирергә тейеш. Бәйгелә ҡатнашыусы Венера апай Ғәлиәкбәрова күргәҙмәгә ҡайылған кейәү мендәре лә алып килгәйне. Баҡтиһәң, кейәүе атта йөрөгәндә эйәрҙә ҡаҡланып йөрөмәһен, тип, борон ҡәйнә кеше уға махсус мендәр әҙерләгән. Кейәүҙәр күптән заман атына күсеп ултырһа ла, ҡәйнәләр йола һаҡлап, кейәүҙәренә биҙәктәр ҡайып, суҡтар бәйләп, мендәр яһауын дауам итә.
Ир-егеттәр һөнәре иҫәпләнгән зәргәр - көмөштән ювелир биҙәүестәр яһау эшен дә гүзәл зат бөгөн үҙ ҡулына алған. Учалы ҡалаһынан Әлфинур Ғәлимйәнованың семәрле көмөш алҡалары, беләҙектәре, сулпылары республиканың һәр гүзәл затына таныштыр ул, моғайын. Таш ҡырҡыу оҫтаханаһы эргәһендә эшләп килгән был цех шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүҙең уңышлы өлгөһө булып тора, милли биҙәүестәргә һорау кәмемәй, киреһенсә, арта ғына, ти оҫта. Шулай ҙа ысын ирҙәргә хас шөғөл булараҡ, исмаһам, зәргәр һөнәре ир-егеттәрҙе йәлеп итмәҫме икән берәй заман? Юғиһә, ойоштороусылар тарафынан бәйгегә исем итеп һайланған көмөш өҙәңгене яһау ҙа тиҙҙән ҡатын-ҡыҙ иңенә төшмәҫ, тимә, ай-һай.
Батырмын, тип кем әйтмәҫ...
"Салауат йыйыны" фольклор байрамы сиктәрендә үткән "Йор үҙән" республика этнофестивале программаһында ҡаралған "Батыр тоҡомо" этноконкурсында 16 йәштән 25 йәшкә тиклемге егеттәр көс һынашты.
Ир-егеттәр өсөн үткәрелгән башҡа бәйгеләрҙән айырмалы рәүештә, "Батыр тоҡомо" конкурсында ҡатнашыусы 12 батыр егет шәжәрәһе, ырыуының батырҙары, тамғаһы, ораны, ағасы, ҡошо буйынса белемдәрен һынаны, башҡорт халыҡ йырын йәки ҡобайырын башҡарҙы, ҡурайҙа, думбырала, ҡумыҙҙа уйнап күрһәтте, осҡон сәсрәтеп халыҡ бейеүҙәрен бейене, Салауат Юлаевтың шиғырҙарын яттан һөйләне. Сараның режиссеры һәм хореографы Рәис Низаметдинов лайыҡлы билдәләүенсә, халҡыбыҙ борондан йыр, бейеү, тапҡыр һүҙ һөйләү оҫталығы буйынса ярышырға яратҡан - ошо рух ҡаныбыҙҙа һаман һаҡлана әле. Шуға ла был "Батыр тоҡомо"н тамаша ҡылырға теләүселәр ҙә күп булды.
Икенсенән, батырлыҡтың сиктәре юйыла төшкән заманда был бәйге егеттәрҙең үҙҙәренә лә тәбиғи асылын аңларға ярҙам итте, ахыры. "Бөгөн ошонда кисергән күтәренке халәтемде юғалтҡым килмәй, хатта бер нисә минутҡа булһа ла ысын батырлыҡ, ғәййәрлек ғәҙәти күренеш булған Салауат йәшәгән заманға барып килергә лә теләр инем", - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашҡайны Йылайыр уҙаманы Азамат Монасипов. Әйле егете, Стәрлетамаҡ ҡалаһы данын яҡлаусы Заһир Зәйнетдинов иһә конкурсҡа әҙерләнгәндә, Салауаттың шиғырҙарын ятлағанда батырлыҡ рухының йәшәйешенә, ҡылыҡтарына ныҡлап инеүенә шатланыуын белдерҙе. Әйткәндәй, Салауат Юлаевтың шиғырҙарын яттан һөйләп ярышыу барыһына ла нығыраҡ оҡшаған. Уларҙың ир-егет өсөн иң кәрәкле тойғо - ватансыллыҡты тәрбиәләүе, тыуған ереңде яратырға, уның менән ғорурланырға өйрәтеүе менән ҡәҙерле һәм әһәмиәтле. Бәйге ҡуйған шарттарға бар яҡтан тап килһәләр ҙә, һәр береһе һыу һөлөгө һымаҡ булған был егеттәр баҫалҡылыҡтары менән дә айырылып торҙо. Батырмын, тип кенә батыр булып булмаған кеүек, ысын талант та ҡысҡырып маҡтаныуға мохтаж түгел инде ул.
Ҡурай уйнауҙы, бейей-йырлай белеүҙе халыҡ әллә ни ҙур һөнәр күрмәһә лә, милли рухты тап улар тәрбиәләй. Иңдән-иң батыр исеменә лайыҡ булыусы бейеүсе, ҡурайсы, йырсы Айназ Низаметдинов 2004 йылда 8 йәшендә беренсе тапҡыр "Салауат йыйыны"на килеп, батыр егеттәр конкурсында ҡатнашырға хыялланып ҡайтҡан булған. Ун йылдан һуң уның ошо хыялы тормошҡа ашты. "Салауат Юлаев - иң бөйөк батырыбыҙ, йәштәребеҙҙе уның күркәм өлгөһөндә тәрбиәләүҙән дә дөрөҫөрәк ысул юҡ", - тип иҫәпләй ул.
Фирүзә ташты эҙләп, үҙ асылыбыҙ табылды...
Фәлән ерҙәге фирүзә таш йөҙөккә ҡаш була алмай, тигән башҡорт халыҡ мәҡәлен беләһегеҙҙер, моғайын. Ҡайҙалыр ситтә, береһе лә белмәгән ерҙә табылырға тейеш аҫыл таштан, ул ни тиклем генә затлы булмаһын, йөҙөк ҡашы яһап булмай. Йөҙөктөң һәр элементын оҫта үҙ күҙҙәре менән күреп, самалап ҡарап, яраштырып эшләргә тейеш. "Салауат йыйыны" сиктәрендә үткәрелгән "Йөҙөк ҡашы - Зөләйха" конкурсы иһә, ошо мәҡәлдең тағы бер мәғәнәһенең сағылышын асты кеүек. Береһенән береһе һылыу ҡыҙҙарҙың сәмле ярышын ҡарап, моғайын, күптәр, йөҙөк ҡашы булырҙай фирүзә ташты бына ҡайҙа эҙләргә кәрәк икән, тигән һығымтаға килгәндер.
Быйыл йәмғеһе 14 һылыу ҡатнашҡан конкурстан һуң ҡалған тәьҫораттар, һығымталар менән таныштырғанда, тәү сиратта, ҡыҙҙарҙың милли рухты сағылдырған кейемдәренә туҡталып китке килә. Юҡҡа ғына, ағас күрке - япраҡ, әҙәм күрке - сепрәк, тимәгән бит ата-бабаларыбыҙ. Ысынлап та, Башҡортостандың төрлө райондарынан килгән ҡыҙҙарҙың һәр кеме үҙенең ырыу ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас милли кейемдәрҙе кейеп отто ғына. Бер ҡарауға, улар араһында уртаҡлыҡтар күп кеүек, ләкин шул уҡ ваҡытта һәр кем үҙенсәлекле, хатта Юрматы ырыуы менән Ҡатай ырыуы ҡыҙҙарының икеһе лә башҡорт һылыуҙары, тип уйламаҫһың да! Ишембай ҡалаһынан Ынйы Абдуллина сәхнәгә музей ҡомартҡыһы итеп һаҡланған Юрматы ырыуы тархан-бикәһенең костюмын кейеп сыҡты. Башлығы бер бот ауырлыҡта, өҫкө кейеме 20 килограмм тартҡан костюмды ун ете йәшлек ҡыҙға үҙ иңендә күтәреп йөрөү еңел дә булмағандыр. Әммә Ынйы үҙе әйтеүенсә, ошо тархан-бикә кейемен кейеп, уның иңенә төшкән ауырлыҡты самалап ҡарағас ҡына, шул заманда йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар өлөшөнә төшкән яуаплылыҡтың да ҙурлығын тояһың икән.
БР Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Республика халыҡ ижады үҙәге ойоштороусыларының тырышлығы менән үткәрелгән "Йөҙөк ҡашы - Зөләйха" конкурсы һәр яҡлап та үҙ маҡсатына өлгәште. "Башҡорт һылыуҡайҙарының башҡа төр конкурстары ла ошондай милли рухта үткәрелгәндә күпкә отошлораҡ булыр ине", - тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты жюри ағзаһы, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева. Ысынлап та, "Йөҙөк ҡашы - Зөләйха" конкурсы күпкә мәртәбәле, юғарыраҡ тойолдо. 16-22 йәш арауығындағы ҡыҙҙар алдына ябай ғына талаптар ҡуйылған: ырыу атрибуттарын, тарихыңды, шәжәрәңде белеү, үҙең йәшәгән төбәккә хас этник костюмыңды күрһәтеү, ҡул эштәреңде алып килеү, ҡумыҙ йәки думбырала уйнап, башҡорт халыҡ йырын башҡарыу, башҡорт бейеүен бейеү, Салауат Юлаевтың шиғырҙарын яттан һөйләү. Ләкин ошондай шарттар үҙе үк башҡорт ҡыҙының асылын сағылдырҙы ла ҡуйҙы. Баҡтиһәң, ул асыл ябай ғына - башҡортлоҡ.
"Салауат йыйыны" Республика фольклор байрамы сиктәрендә үткәрелгән "Йөҙөк ҡашы - Зөләйха" конкурсы һөҙөмтәләре буйынса, Гран-прины Стәрлетамаҡ ҡалаһы өсөн сығыш яһаусы Регина Салауатова яуланы. Жюри ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор Мирас Иҙелбаев әйтеүенсә, милли батырыбыҙ Салауат мөхәббәтенә тиң булырға ынтылған ҡыҙҙар араһында еңеүсене билдәләү еңел эш булмаған. Шулай ҙа, һәр жюри ағзаһы үҙендә билдәләгән мәрәйҙәрҙе дөйөмләштереп, ғәҙел һығымта яһалған. Салауат Юлаевтың шиғырҙарын ятлап, бер-береһен ярты һүҙҙән дауам итеп китергә әҙерләнеп килгән ҡыҙҙар конкурсты күҙәткән жюри ағзалары өсөн дә, тамашасыларға ла саялыҡтың, отҡорлоҡтоң, ысын матурлыҡтың өлгөһөн күрһәтә алды, буғай. Йөҙөк ҡашы булырҙай фирүзәләрҙе фәлән ерҙән, сит милләттәр араһынан эҙләгән зимагорҙарҙың уфтанғаны ла ишетелгәндәй булды хатта...
Тирмәләрҙә ҡалған башҡорт донъяһы...
Сәхрәләргә сыҡҡас, эш барамы инде тирмә ҡормайса. "Салауат йыйыны"на барышында ла башҡорт халҡының көнкүрешен, йәшәйешен сағылдырған тирмәләр менән аралашып киткән урыҫ өйҙәрен ҡунаҡтар килеүгә теҙеп ултыртып та ҡуйғайнылар. Һәр башҡорт тирмәһендә Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Хәмитов инеп сығыуына махсус әҙерләнгән йолалар уйналды. Тирмәләр араһында үткәрелгән конкурстың баһалама ағзалары ҡарап, тәм-томдарҙан ауыҙ итеп, халыҡ менән туйғансы аралашып сыҡҡас, ҡунаҡсыл хужалар тирмә ауыҙҙарын инергә теләгән һәр кеше өсөн асыҡ ҡалдырҙы. Уларҙың киң күңеллелеге менән файҙаланып, Салауат районының ун өс ауыл Советы ҡорған тирмәләр, урыҫ өйҙәре буйлап экскурсия ойошторҙоҡ.
Әлкә ауыл Советы тирмәһенә күҙ һалырға ингәндә шундай уҡ оло ҡыҙыҡһыныу менән йөрөгән бер апай менән һөйләшеп киттек. Баҡтиһәң, Учалы районынан алыҫ араларҙы яҡынайтып килеп еткән икән ул: "Салауат еренә аяҡ баҫыуыма шул тиклем шатмын. Бөгөнгө байрам йәштәрҙә милли рух, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүсе сара, тип иҫәпләйем. Йәштәребеҙ бик матур итеп күңел асты, майҙанда эскән килеш йөрөгән бер кеше күренмәүе һөйөндөрҙө. Ысын мәғәнәһендә милли һабантуй итеп ойошторолған, һәр ерҙә - тәртип. Бөтөн нәмәне отоп алып, ҡолағына киртеп, күҙе менән байҡап, мейеһенә һалып йөрөүсе балалар өсөн бөгөнгө матур байрам ҙур өлгө", - тип тәьҫораттары менән бүлеште Фәриҙә Ситдыҡова. Эйе, фекере менән уртаҡлашҡандарҙың һәр береһе ошоно раҫланы: "Салауат йыйыны рухландырҙы!"
Автор: Ләйсән НАФИҠОВА, Сәриә ҒАРИПОВА.
Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө