Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
"ШҮЛГӘНТАШ" ФИЛЬМЫ... балаларға матур бүләк булды
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
"ШҮЛГӘНТАШ" ФИЛЬМЫ... балаларға матур бүләк булды
Томанлы иртә менән ат егеп, Шүлгәнташ яғына утынға китеп барыусы Ташбулат ҡарттың арбаһына ике ейәне - Урал менән Ҡусҡар һәм ейәнсәре Аҡтояҡ та һаҡҡандар: олатайға ярҙамлашырға кәрәк бит, уларһыҙ эш барып сығамы ни! Малайҙар ҡайҙа ла малайҙар инде: тиктормаҫ һәм шаяндар - йә арбанан һикереп төшөп ҡалалар ҙа көрмәкләшеп китәләр, бер-береһен ирештерәләр ҙә атты ҡыуып етеп, тағы арбаға һикерешәләр. Шунан арбаға салҡан ятып, күккә бағалар. Күк йөҙө ус хәтлем генә күренә, унда, юғарыла, меңйәшәр ағастар баштарын сайҡап, ике малайҙың шуҡлығын күҙәтә, ә тағы ла бейек-бейектә Шүлгәнташ ҡаяһы диңгеҙҙә йөҙөүсе айсбергты хәтерләтеп ҡуя. Ю-у-ҡ, айсберг ише генә ти, һиңә, ул мәмерйә! Ундай мәмерйәнең бит донъяла ише юҡ, ти, ана Ташбулат олатай ҙа. Урал әле бәләкәй булһа ла, был хаҡта бик күпте ишеткәне бар. Шуға ла, Шүлгәнгә яҡынлаша барған һайын, кескәй генә йөрәге ярһыбыраҡ тибә, аңлатҡыһыҙ тантана ла, бер аҙ шом да биләй күңелен...
Ә Ҡусҡар тота ла уны, ҡурҡаҡ, тип ирештерә. Гел шулай ти, "Ҡурҡаҡтарҙы ниңә нығыраҡ яраталар икән?" тип, Ташбулат олатаһына ла төрттөрөп ала. Шундай малай инде ул, уйлап-нитеп тормай... Уның ҡарауы, олатаһы гел яҡлаша Уралды. "Ҡурҡҡанда ла кеше булып ҡалырға, хайуанға әйләнмәҫкә кәрәк, ҡурҡыуҙы еңеп була ул", тип дәртләндерә яратҡан ейәнен. Бына барып ҡына етһендәр әле, күрһәтер Урал Ҡусҡарға ҡурҡаҡты!
...Сәмләнеүе һуңғы сиккә еткән Урал, үҙ-үҙен еңеп, башҡалар күрмәгәндә генә Шүлгәнташ мәмерйәһенә инеп китә лә, һыуға сумғандай, ып-ысын әкиәт донъяһына килеп эләгә. Юҡ-юҡ, артабан бер ни ҙә һөйләмәйем, юғиһә, тиҙҙән БСТ каналында буласаҡ премьераһын ҡарау бигүк ҡыҙыҡ та булмаҫ үҙегеҙгә, 1 июнь 22 сәғәттә уны тулыһынса тәмләп тороп ҡарарһығыҙ, яраймы? Ә кемгә бәхет йылмайҙы - улар бер нисә көн элек кенә БР Президенты грантына "Тамыр" балалар-үҫмерҙәр телеканалы төшөргән был башҡортса фильмды Өфөнөң "Родина"кинотеатрында тамаша ҡылды. Ул баш ҡалабыҙ балалары тормошонда сағыу бер байрамға әүерелде. Кинотеатр фойеһында кескәйҙәр өсөн төрлө уйындар ойошторолдо, улар тәмлекәстәр менән һыйланды, шулай уҡ "Шүлгәнташ сере" фильмында төп ролдәрҙе башҡарған кескәй артистар менән аралашты. Бына хәҙер инде уҡыусыбыҙҙы улар менән таныштырырға ла ваҡыт етте. - Миңә Урал ролен башҡарыуы бик ҡыйын булманы, сөнки киноны төшөргән ағайҙар һәм апайҙар, был образ һинең үҙеңдең холҡоңа тап килеп тора бит, тинеләр, - тип һөйләне төп ролде башҡарыусы Рөстәм Төхбәтов тигән асыҡ йөҙлө, һөймәлекле был бала. Ул Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт ҡала гимназияһында уҡый, әле бына 4-се класты гел "бишле"гә генә тамамлаған икән. "Урал фильм аҙағына мәмерйәнән бөтөнләй икенсе кеше булып сыға, - тип дауам итә һүҙен Рөстәм.- Сөнки ул мәмерйә серҙәрен төшөнә, унда яуыз дошмандарға ҡаршы көрәшкән башҡорт батырҙары менән осраша, уларҙың рухы малай йөрәгенә күсә".
Уралды һәр саҡ ҡурсалап, уға ҡыйыулыҡ өҫтәп, дәртләндереп торған аҡыллы ҡыҙыҡай Аҡтояҡ образын иһә баш ҡалабыҙҙың М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан 3-сө класс уҡыусыһы Наҙгөл Шәрәфетдинова башҡара. "Киноға төшөү бик оҡшаны, уны төшөрөүсе апайҙар һәм ағайҙар беҙҙе хәстәрлекләп, ҡәҙерләп кенә алып йөрөттөләр, шуға ла унда әсәй-атайҙарыбыҙ бармаһа ла, күңелһеҙләнергә бер сәбәп тә, хатта быға ваҡытыбыҙ ҙа булманы", ти ул. Наҙгөл Шүлгәнташ мәмерйәһен күрергә күптән хыялланған, ләкин был хыялының шулай тиҙ, әкиәттәгесә килеп сығырын башына ла килтермәгән. "Үҫкәс артист булырға хәл иткәнһеңдер инде?" тигән һорауыма ул "Эйе", тип яуап ҡайтарманы илла. Был иһә Наҙгөлдөң күп яҡлы ҡыҙыҡһыныуҙары һәм мөмкинлектәре барлығына, шулай уҡ кинолағы образына оҡшап, изге күңелле булыуына ишара ине. "Бәлки, әсәйем кеүек, юрист булырмын. Врач булырға ла теләйем", тине ул.
Ҡусҡар роленең үҙенсәлекле характерын Өфөнөң М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт гимназияһының 7-се класын тамамлаған Данир Ғимаҙиев бик оҫта итеп асыуға өлгәшкән. Ҡусҡар шаян, шуҡ, тиктормаҫ, шул уҡ ваҡытта ул гел ғәҙелде генә һөйләп, гел изгелек кенә эшләп тә йөрөмәй. Шуғалыр ҙа, күрәһең, матбуғат конференцияһында Данир журналистарҙы, "Һеҙ мине лә шундай икән, тип уйлай күрмәгеҙ, тормошта мин бөтөнләй икенсе", тип көлдөрөп тә алды.
Ғөмүмән, йәш артистарҙы тиҫтәләгән балалар араһынан образдарға бик тура килтереп һайлай алған режиссерҙар. Был да ижади төркөмдөң оҫталығы тураһында һөйләүсе факт. Әйткәндәй, башҡортса әкиәтте төшөрөүҙә "Башҡортостан" телерадиокомпанияһының иң һәләтле белгестәре ҡатнашҡан: режиссерҙар Рөстәм Аҙнабаев, Ләйсән Солтанғолова, ҡуйыусы оператор Урал Ғатауллин, сценарий авторы Гөлназ Ҡолһарина, рәссамдар Арыҫлан Бикбаев һәм Альбина Шәһретдинова, композитор Айҙар Хәмзин һәм башҡалар. Аңлашылыуынса, картина шөһрәтле тәбиғәте менән дан тотҡан Бөрйән районында төшөрөлгән. Әйтергә кәрәк, тап ошо фактор фильмдың төп уңышын хәл иткән дә инде. Әкиәт донъяһына тиң Бөрйән тәбиғәте кинофильмға боронғолоҡ ауазы өҫтәй, тантаналы бер серлелек төҫмөрө бирә, таш быуат серҙәрен һаҡлаған был мәмерйәнең эске күренештәре, стеналағы мамонт һүрәттәре балалар күңелендә фантазия уятып, триллер стилендәгесә, төрлө мистик иллюзиялар тыуҙырырға булышлыҡ итә. Ә әкиәт өсөн шунан да отошлораҡ тағы ни бар инде! Сценарий авторы Г. Ҡолһарина әйтеүенсә, әкиәт башҡорт халыҡ ижады мотивтарына ҡоролған үҙаллы әҫәр. Урал образының ошо уҡ исемдәге мәшһүр эпосыбыҙ геройы менән ауаздашлығы һиҙелә биреп ҡуйһа ла, ниндәйҙер параллелдәр үткәреү үҙмаҡсат итеп ҡуйылмаған, ләкин әҫәрҙең башынан аҙағынаса геройҙарҙы үлемһеҙ Урал батыр рухы оҙатып йөрөй, ул балаларҙы аҡыллы һәм ҡыйыу булырға, яуызлыҡтарға ҡаршы көрәшә белергә, изгелеккә, яҡшылыҡҡа һәм яҡтылыҡҡа өндәй, дәртләндерә. Шул уҡ ваҡытта балалар өсөн был фильм Башҡортостаныбыҙҙың иң күркәм һәм боронғо биләмәһендә төшөрөлгән икән, уның сюжет һыҙығы әкиәткә ҡоролған икән, әҫәр башынан аҙағынаса әлеге "халыҡ ижады мотивтары" менән һуғарылырға тейеш булғандыр: ул кейеҙ костюмдар, торна, башҡорт батырҙары образдары һәм башҡа шундай айырым деталдәр менән генә сикләнмәйенсә, халыҡ аҡылын да, телмәр байлығын да, башҡорт моң-көйҙәрен дә бала аңына барып етерлек кимәлдә, халҡыбыҙ тарихы һәм рухиәте хаҡында киңерәк төшөнсә биреп һүрәтләгәндә, былар бөтәле лә әҫәрҙе милли сәнғәтебеҙҙең тағы бер өлгөһө итеп күтәрер генә ине.
Ғөмүмән алғанда, "Шүлгәнташ сере" фильмы Мәҙәниәт йылында балаларға бына тигән бүләк, ҙур ваҡиға булараҡ ҡабул ителде. Киләсәктә фильм рус һәм инглиз телдәренә лә тәржемә ителәсәк.
Автор: Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө