Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Шағирҙың күңел көҙгөһө
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 10 апрель 2013
Шағирҙың күңел көҙгөһө
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ике китаптан торған “Көндәлектәр”е тураһында хәбәр иткәйнек инде. Күптән түгел Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында “Көндәлек”тәрҙең исем туйы булды. Шағирҙың күңел көҙгөһөнә бағырға теләүселәр залға һыйманы хатта.
Күңел көҙгөһө! Ысынлап та, был китаптарҙа тормошобоҙҙоң дүрт тиҫтәнән ашыу осоро сағылыш тапҡан. Ләкин шағир күңеленең көҙгөһө салыш түгел, донъяның ҡиәфәтен нисек бар шулай сағылдыра. Көнөндә, мәлендә булған ваҡиғалар, кисерештәр йылылай ғына ҡағыҙ битенә теркәлә барған, мәңгеләштерелгән.
Исем туйына килгән шағирҙың дуҫтары, ҡәләмдәштәре, әҙәбиәт һөйөүселәр “Көндәлектәр”гә ҡарата фекерен белдерҙе.
“Көндәлектәр”ҙә вазифаһы, күңеле ҡушҡанса күрелгән хәстәрлектәр ҙә, фәлсәфә лә, лирика ла, сәйәсәт тә етерлек. Улар, төрлө хәбәр-хәтерҙәр, һығымталар менән бергә үрелеп, бөтөн бер туҡыманы хасил итә. Шуға ла һәр бите икенсеһенә әйҙәп кенә тора.
Рауил Бикбаевтың көндәлектәрҙәге уйланыуҙарында, хатта мәғлүмәттәрендә халҡыбыҙҙы, ҡәләмдәштәрен күрәбеҙ, ҡыуаныстарын, әрнеүҙәрен бергә кисерәбеҙ. Быныһы, бәлки, китаптарҙың әһәмиәтен нығыраҡ та күтәрәлер. Бер ҡаҙанда ҡайнап йәшәгән замандаштары, ҡорҙаштары иғтибар һәм ихтирам өсөн авторҙың ҡулын ҡыҫҡандай булыр, арабыҙҙан киткән остаздарҙың һәм дуҫтарҙың ҡәҙерле йөҙ-һыны әле үҙҙәре иҫән саҡта аҙмы-күпме һүрәтләнеп ҡалған икән, тип тә иҫтәлектәрен яңыртыр. Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Сыңғыҙ Айытматов, Назар Нәжми, Рәсүл Ғамзатов, Әхиәр Хәким, Әнүр Вахитов, Рәшит Солтангәрәев, Зиннур Ураҡсин, Муса Ғәли, Рафаэль Сафин, Булат Рафиҡов, Рәшит Назаров, Динис Бүләков, Рәйес Түләк... Көндәлектәрҙә, әлбиттә, айырым бер штрихтарҙан, деталдәрҙән ары китеп булмай. Ләкин улар ҙа хәҙер факттарҙың, ысынбарлыҡтың тере бер һулышы булып ҡаласаҡ. Затлы, зыялы, зауыҡлы заттарыбыҙҙың исемен генә телгә алыу ҙа мираҫты, аманатты теремек итә төҫлө.
Рауил Бикбаев көндәлектәр жанрындағы мәртәбәле китаптары менән үҙенең быйыл билдәләнәсәк 75 йәшен ир-арыҫландарса ҡаршылар.
Автор: Хәсән Назар
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө