Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Шағирә Әнисә Таһированың ижад кисәһе үтте
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 30 январь 2012
Шағирә Әнисә Таһированың ижад кисәһе үтте
Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханала күренекле шағирә, тәржемәсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнисә Абулла ҡыҙы Таһированың юбилейына арналған ижад кисәһе үтте. Шағирә Әнисә Таһирова — береһенән-береһе сағыуыраҡ, тәрән хискә ҡоролған ике тиҫтәгә яҡын китап авторы. Ул башҡорт поэзияһында тәүгеләрҙән булып М. Хәй мөрәжәғәт иткән сонет жанрында уңышлы ижад итә. Шағирә поэмалар, элегиялар ҙа тыуҙырҙы, шулай уҡ тәржемә өлкәһендә лә уңышлы эшләй.
«Йөрәк йәдкәре» китабына ингән Анна Ахматова, Марина Цветаева шиғырҙарының бар тулылығында, хистәргә хилаф ителмәгән тәржемәләре уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителде. Шағирә әле лә яңы әҫәрҙәре менән әҙәбиәтебеҙҙе байыта килә.
Юбилярҙы матур байрамы менән ҡотларға Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе вазифаһын башҡарыусы, БР халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, шағирәләр Фаниә Чанышева, Гөлнур Яҡупова, Зөһрә Ҡотлогилдина, Тамара Искәндәриә, Йомабикә Ильясова, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камал, филология фәндәре докторҙары, яҙыусылар Тимерғәле Килмөхәмәтов, Рәшит Шәкүр, йәш ғалим Зәки Әлибаев, туғандары, Рәми Ғәрипов исемендәге 1-се гимназия-интераты уҡыусылары, студенттар, шиғыр һөйөүсәләр килгән ине.
Осрашыу кисәһендә шағирә залдың иғтибарын үҙенә йәлеп итеп, матур, фәһемле, бай йөкмәткеле шиғырҙарын уҡыны, ә Мәскәү ҡунағы, билдәле йырсы Шәмсиә Нагаева уның яратҡан йырҙарын башҡарҙы.
Башҡорт әҙәбиәте һәм крайҙы өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан шағирәнең ижадына арналған башҡорт, татар, рус, сыуаш, азербайджан, немец телдәрендә матур күргәҙмә ойошторолған ине.
Сығанаҡ:
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө