Шаулап-гөрләп уҙҙы «Туған тел»

Шаулап-гөрләп уҙҙы «Туған тел»
Өфөлә III Халыҡ-ара «Туған тел» башҡорт һәм татар йырҙарының конкурс-фестиваленә йомғаҡ яһалды. Абруйлы фестивалдең лауреаттары итеп түбәндәге артистар һайланды:
Рита Вәхитова – «Башҡорт халыҡ йырын иң яҡшы башҡарыусы» номинацияһында еңеүсе (Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенең 4 курст студенткаһы).
Марсель Вәғизов – «Татар халыҡ йырын иң яҡшы башҡарыусы» (Ҡазан).
Әлфиә Әмирханова – «Башҡорт эстрада йырын иң яҡшы башҡарыусы» (Өфө).
Ринат Ғиләжев – «Татар эстрада йырын иң яҡшы башҡарыусы» (Өфө).
Айлиз (Зилиә Бәхтиева) – башҡорт йырсылары араһында «Йыл асышы» номинацияһы еңеүсеһе.
Иркен Мостафин – татар йырсылары араһында «Йыл асышы» (Пенза өлкәһе филармония солисы).
Радмир Хәсәнов – башҡорт йырсылары араһында «Өмөт» номинацияһы еңеүсеһе (Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеге).
Гөлназ Батталова – татар йырсылары араһында «Өмөт» призын отоусы (Ҡазан).
Руслан Кәримов – татар йырсылары араһында «Автор-башҡарыусы» номинацияһында еңеүсе (Өфө).
Конкурс лауреаттарын ҡотлайбыҙ һәм ижади үрҙәр теләйбеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb