«Шаян уйын»ға рәхим итегеҙ!

«Шаян уйын»ға рәхим итегеҙ!
21 апрель Конгрес-холл сәхнәһендә башҡорт һәм татар КВН командалары араһында «Шаян уйын–2013» Республика юмор һәм көлкө фестиваленең Гала-концерты үтә. Сараны БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы йәштәр араһында ижади бәйләнештәр булдырыу, башҡорт һәм татар телдәрен популярлаштырыу, йәштәр эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, уларҙың ижади һәләттәрен асыу маҡсатында үткәрә.
Жюри команда сығыштарын түбәндәге критерийҙарға ҡарап баһалаясаҡ:
теманы асыу;
юморҙың сифатлы булыуы; 
оригиналлек;
башҡарыу оҫталығы;
уйлап табыу һәләте;
музыкаль һәм художестволы биҙәлеш;
антиплагиат;
регламенттан ситләшмәү.
Төп бүләк – Гран-при һәм «Иң яҡшы ир-егет роле», «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле», «Иң яҡшы мәҙәк», «Иң үҙенсәлекле команда», «Йыл асышы» номинациялары.
Көлкө байрамы 18.00 сәғәттә башлана.
Автор: Л.Мурсалова

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb