Стәрлетамаҡта үткән Шаяндар һәм тапҡырҙар клубының «Асмандарға ашыу» икенсе республика фестивале кубогын Екатеринбургтан «Ҡыш» командаһы яуланы. Икенсе урында – Өфө дәүләт нефть техник университеты йәштәре, өсөнсө урынды «3Ко» (Стәрлетамаҡ) һәм «Үҙебеҙҙекеләр» (Салауат) командалары бүлеште.
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, шулай уҡ биш номинацияла еңеүселәр билдәләнде. Иң яҡшы ир-егеттәр роле өсөн – Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Рауил Бәҙретдинов, ҡатын-ҡыҙҙар роле өсөн Өфөнөң «Үҙәк» командаһынан Альбина Сәлимова билдәләнде. Иң яҡшы музыкаль номер – «Макфа» командаһында (Өфө), иң яҡшы шаяртыу — «Көньяҡ Башҡортостан» командаһында (Мәләүез), иң яҡшы уйын номеры «Үлемесле ҡорал-3» командаһында (Өфө) булды.
Стәрлетамаҡтың Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы хәрәкәте һәм «Асмандарға ашыу» командаһы менән ойошторолған сарала 12 коллектив ҡатнашты. «Асмандарға ашыу» командаһы фестивалдә конкурстан тыш сығыш яһаны.
автор: Эльмира Сабирова