Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
ШАЯРТА ТОРҒАС... оҫтаралар түгелме былар?
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 30 апрель 2014
ШАЯРТА ТОРҒАС... оҫтаралар түгелме былар?
Башҡорт милли юморын тергеҙеү, үҫтереү, башҡортса шаяртыу маҡсатын алға һөргән Башҡорт асыҡ КВН лигаһының финал уйындарын тамаша ҡылыусылар йәштәребеҙҙең илдәге һәр үҙгәрешкә ҡарата үҙ ҡарашы барлығына шаһит булды, тиһәк, яңылышмабыҙ. Уйында ҡатнашыусы һәр дүрт команда ысын сәхнә түренән башҡорт юморын яңғыратты, юғары кимәлдә сығыш яһаны.
Финалда уйнау өсөн быйыл бөтәһе 17 команда көс һынашҡан. Шулар араһынан көсөргәнешле һайлап алыу турҙары аша үткән дүрт төркөм: Ейәнсура районы йәштәрен берләштереүсе "Бытбылдыҡ", БДУ-ның Сибай филиалынан "Еңмештәр", БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалынан "Страйк", Өфөнән тик бер генә кешенән торған "Кәкре сүкеш" командаһы сәхнәгә сыҡты. Элеккеләренән айырмалы, быйылғы ярыштан бер генә лә күңелһеҙ хәтирә ҡалмауы, уның ойошторолоу кимәле юғары булыуы, командаларҙың ныҡлы әҙерлеге, хатта "Урал Кәримов мөйөшкә баҫтырып ҡуйған вахтерҙың" да ҡағыҙға яҙылғандарҙы тасуири итеп уҡыуы күңелгә май булып ятты. Баһалама ағзаһы, яҙыусы Зөһрә Бураҡаева фекеренсә, быйылғы финал уйындарында ҡатнашыусы командалар Александр Масляковтың КВН-ында сығыш яһарлыҡ кимәлгә күтәрелеүгә табан ҙур аҙым яһаған. Алдағы йылдарҙа әйтелгән иҫкәртеүҙәр иҫәпкә алынған, билдән түбән шаяртыуҙар "ҡыҫҡартылған", иң мөһиме, көнүҙәк ижтимағи-сәйәси проблемаларға арналған көләмәстәр өҫтөнлөк алыуы ла күҙгә ташлана.
Финал уйындарында икенсе урын яулаусы "Еңмештәр" командаһы был юлы тамашасыны барлыҡ һынауҙарҙы лайыҡлы кимәлдә үтеүе менән ҡыуандырҙы. Уларҙың һәр хәрәкәте, һәр көләмәсе урынлы ине. Әммә, үҙҙәре әйтеүенсә, финал уйындарына тиклем "быт-быт-быт" тип килеп етеп, финалда "дыҡ!" итә торған холоҡтары булған "Бытбылдыҡ" командаһы "Музыкаль өйгә эш" ярышында Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев менән бергә уңышлы сығыш яһап, "Еңмештәр"ҙең танауына сиртеп ҡуйҙы. Әйтергә кәрәк, "Музыкаль өйгә эш" ярышы сиктәрендә сәхнәгә йондоҙ менән бергә сығыу шартын "Бытбылдыҡ"тарҙан да уңышлыраҡ файҙаланыусы булманы. Абруйлы актерҙың балерина юбкаһы кейеп, сәхнә иңләп бейеп йөрөүен күреү күптәр өсөн көтөлмәгән хәл шул. Командалар менән бергә сығыш яһарға ризалашыусы Вәхит Хызыров, Венер Камалов, Заһит Ҡунафин, Заһир Ишкинин, Рәил Өмөтбаев та уйынға ниндәйҙер яңылыҡ индерҙе, мәртәбә өҫтәне. Уйын аҙағында "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы режиссеры Ләйсән Мәзитованан финал уйындарына һығымта яһап китеүен үтенгәс, ул: "Күңелемдә халҡым өсөн ғорурлыҡ хисе кисерҙем. Беҙҙең йәштәр бөтәһенең дә танауына сиртә ала - уларҙа ташып торған дәрт, дарман, рух бар. Артабан да Башҡорт асыҡ КВН лигаһы ошо темп менән эшен дауам итһә, иманым камил, өҫтә ултырыусылар ҙа уларҙың фекеренә ҡолаҡ һала башлар, тип уйлайым", - тигән ышаныс белдерҙе. Башҡорт асыҡ КВН лигаһының финал уйындары ошолай тамаланды: I урын - "Бытбылдыҡ", II урын - "Еңмештәр", III урын - "Кәкре сүкеш", IV урын - "Страйк" командаһына бирелде.
Автор: Камила ҒӘЛИЕВА.
Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
ШАЯРТА ТОРҒАС... оҫтаралар түгелме былар?
ШАЯРТА ТОРҒАС... оҫтаралар түгелме былар?
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө