Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Шағир донъяһына сәйәхәт
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 09 февраль 2012
Шағир донъяһына сәйәхәт
Бөгөн, 9 февралдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Рәми Ғариповтың яҡты иҫтәлегенә арнап, «Февраль. Буран…» тип исемләнгән әҙәби проект – шағир донъяһына сәйәхәт тәҡдим итә.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы хеҙмәткәрҙәренә премьера алды тамашаһын ҡарау бәхете тейҙе.
Декорацияларҙы, уйнаясаҡ актерҙарҙы күреү менән үк театр сәхнәһенә яңы һулыш өрөлгәне күҙгә ташланды. Спектаклдең ҡуйылышы, үҙенә тартыу көсө әйтеп аңлатҡыһыҙ. “Мең ҡабат ишеткәнсе, бер мәртәбә барып күр” тиҙәр бит. Нимә генә тиһәң дә, күҙҙәргә йәш төйөлдөргән дә, нәфрәт уятҡан да ерҙәре бар тамашаның.
«Илем, халҡым, телем» тип янып йәшәгән әҙиптең тормошона мөрәжәғәт итеү юҡҡа түгел. 2012 йылға теарҙың репертуарын барлағанда тыуҙы Рәми Ғариповтың иҫтәлегенә шиғри кисә үткәреү теләге. Был хаҡта әҙәбиәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре, артистар менән кәңәшләшкәндән һуң, үҙебеҙҙең идеяларыбыҙҙы әйтеп, Зөһрә Бураҡаеваға мөрәжәғәт иттек. Тамашала театрҙың барлыҡ тигәндәй актерҙары ла үҙ теләктәре менән ролдәрҙе һорап алдылар. Сөнки һәр кемдең күңелендә Рәми йәшәй. Киләсәктә ул тулы спектакль булып сәхнәгә сыҡһа сикһеҙ ҡыуаныр инек...», – ти театрҙың директоры һәм тамашаның режиссеры Хөрмәтулла Үтәшев.
Әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Рәмилә Йәһүҙина әйтеүенсә, Рәми Ғариповтың көндәлеге буйынса әҙерләнгән был үҙенсәлекле сараны күреп ҡалырға теләүселәр бик күп. Билеттар һатылып бөткән.
Сәхнәлә тамашасылар шағирҙың ҡатынын, ҡыҙын, тарихи шәхестәрҙе уйнаған ижади көстәрҙе күрәсәк. Ә төп ролде - шағирҙың эске донъяһын, кисерештәрен, һыҙланыуҙарын - йәш актерҙар еткерә. Үҫмер сағын Фирғәт Ғарипов күҙ алдына баҫтырһа, йәшлек йылдарын Артур Кәбиров уйнай. Бөйөк шәхестең тормошона, ижадына байҡау яһаған уникаль проектта Рәми Ғариповтың бик күп шиғырҙары һәм шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраясаҡ.
"Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө