Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Шағир Рәмил Йәнбәккә - 60 йәш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 10 август 2012
Шағир Рәмил Йәнбәккә - 60 йәш
Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, З. Биишева һәм Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостан Республикаһы менән Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, күренекле шағир Рәмил Йәнбәккә – 60 йәш.
Әҙипте тыуған көнө менән ихлас ҡотлап, киләсәктә лә халыҡҡа хеҙмәт иткән илһамлы һуҡмаҡтан атлап, ижад толпарында яңынан-яңы үрҙәр яулауын теләйбеҙ.
Ул 1952 йылдың 10 авгусында Күгәрсен районының Дауыт-Ҡайып ауылында тыуған.
Тыуған ауылында - башланғыс, Теләүембәттә – һигеҙ йыллыҡ, Өфөләге 1-се интернат-мәктәптә урта белем ала. Бер йыл тыуған колхозында эшләй, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Ошонда әҙәби ижадҡа ылыға, «Шоңҡар» түңәрәгендә шөғөлләнә, тәүге шиғырҙарын, мәҡәләләрен баҫтыра.
Бишенсе курста уҡып йөрөгәндә уны «Башҡортостан пионеры» (хәҙер «Йәншишмә») гәзите редакцияһына эшкә саҡыралар. Ошо гәзит редакцияһында ун һигеҙ йыл эшләп, баҫманың баш мөхәрриренә тиклем күтәрелә. Артабан Рәмил Йәнбәк «Китап» нәшриәтендә баш мөхәррир, директор була, БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары итеп һайлана. «Ватандаш» журналын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша, унда бер нисә йыл баш мәхәррир урынбаҫары булып эшләй. Бөгөнгө көндә - «Ағиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары.
Р. Йәнбәктең әүҙем ижад осоро 80-се йылдар аҙағында башлана. Баштараҡ тыуған ер, мөхәббәт, кешеләр араһында мөнәсәбәттәр тураһында әҫәрҙәр яҙһа, һуңғы йылдарҙа фәлсәфәүи темаларға: йәшәү һәм үлем, үткән һәм киләсәк, ваҡыт, йыһан, донъя ҡәҙере һ.б. тураһында яҙа.
Рәмил Йәнбәк һигеҙ шиғри йыйынтыҡ һәм бер публицистик китап авторы.
«Башҡортостандың мәҙәни донъһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө