М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында 29 февралдә билдәле шағир һәм драматург Рафаэль Сафиндың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған «Ерем моңо» исемле әҙәби-драматик кисә үтәсәк.
Рафаэль Сафин Ҡыйғы районының Йыланлы ауылында тыуған. А.М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай. Гәзит һәм журнал редакцияларында эшләй, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары була. 1956 йылда уның тәүге йыйынтығы донъя күрә.
Билдәле шағир һәм драматург Рафаэль Сафинға 16 февралдә 80 йәш тулыр ине. Ул «Йәнбикә», «Ҡыр ҡаҙҙары», «Тилекәй» пьесалары аша әҙәбиәт һәм театр һөйөүселәргә яҡшы таныш. Башҡорт академия драма театры уларҙы 70-се йылдарҙа сәхнәләштергән.
«Йәнбикә» поэмаһы – Сафинды драматург булараҡ танытҡан уның беренсе пьесаһы. Шағир булараҡ, Рафаэль Сафин башҡорт һәм рус телдәрендә 15-тән ашыу китап сығарған.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы