Шағирә Лариса Абдуллинаның “Балҡантау рухы” тигән китабын уҡып сыҡҡас, Мостай Кәримдең “Өс таған” әҫәрендәге ошо юлдарҙы саҡ ҡына үҙгәртеп, Балҡантауға төбәгәндә лә хилаф булмаҫ.
Китаптың тәүге битен асыу менән, өс үҫмергә Балҡантауҙың серле мәмерйәһе асылғандай, тылсым донъяһына барып юлығаһың. Унда Салауат, Айбулат, Хансура исемле малайҙарға эйәреп, тау батшалығында мажаралы сәйәхәткә тарыйһың. Күҙ асып йомған арала ҡаршыңа Самабай исемле бер ҡарыш ҙурлығындағы малай килеп баҫа. Үҙе бер ҡарыш булһа ла, аҡылы мең ҡарыш уның, тау эсе донъяһында – малайҙарға ышаныслы юлдаш.
Ғөмүмән, Балҡантау эсендә донъялағы иң шәп компьютер менән танышырға, Асылыкүлдең төбөнә төшөргә мөмкин, “Ваҡытофон”дың нимә икәненә төшөнөргә, Урал батыр менән осрашырға ла була...
“Балҡантау рухы” китабын рәссам Хаят Йәрмөхәмәтова сағыу рәсемдәр менән биҙәгән. Матур һүрәттәр һеҙҙе әҫәрҙең һуңғы битенә тиклем оҙатып барыр.
Шулай итеп, мажаралы сәйәхәткә – Балҡантауға – киттек, дуҫтар!