Бөгөн, 8 ноябрҙә Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында шағирә, яҙыусы, журналист – Лилиә Зәйнулла ҡыҙы Ҡәйепова (псевдонимы Лилиә Һаҡмар) менән осрашыу үтә. Лилиә Зәйнулла ҡыҙы башҡорт һәм рус телдәрендә ижад итә, уның һүҙҙәренә 20-ләп йыр ижад ителгән. Бөгөнгө көндә ул мәҙәниәт һәм сәнғәтте сағылдырған “Тамаша” журналы редакцияһында баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй.