Шиғриәт байрамында

Шиғриәт байрамында
Ижадтың сәбәпсеһе – талант, тип әйтеп ҡалдырған бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәрим. Ә талантлылар беҙҙә етерлек. Улар һәр ауылда, һәр мәктәптә бар. Тик үҙҙәрен ваҡытында күреп, йүнәлеш бирергә генә кәрәк.
Был йәһәттән Ғафури районы уҡыусылары бәхетле. Улар­ҙың Гөлнур апайҙары бар. Билдәле шағирә – Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Жәлил Кейекбаев һәм Муса Гәрәев исемендәге премиялар лауреаты Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡупова район гәзите «Табын» һәм мәғариф бүлеге менән берлектә 2000 йылдан бирле йәш ҡәләм тирбәтеүселәрҙең «Өмөтлө ҡәләм» район бәйгеһен үткәреп килә. Конкурс йыл буйына дауам итә. Ошо ва­ҡыт эсендә район гәзите редакцияһына йөҙәрләгән хат килә. Еңеүселәрҙе билдәләргә төрлө мәктәп­тәр­ҙән башҡорт теле уҡытыусыларын да саҡыралар. 
Бәйгенең йомғаҡлау кисәһе 100 йыллыҡ тарихы бул­ған, ике Советтар Союзы Геройын тәрбиәләп сығар­ған Яңғыҙҡайын мәктәбендә үтте. 
Гөлнур апай ҡатнашыусы­лар һанының йылдан-йыл артыуын, башланғыс синыфтан да күп балалар булыуын, бәйгенең йәшәрә барыуын билдәләп үтте. 
Тәүҙә төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде. Улар бик күп ине. Ҡыҙҙар, малайҙар тәбиғәтте һаҡлау, Еңеү көнө, әсәйҙәр, ғаилә, бәхетле бала саҡ, Тыуған ил тураһында яҙ­ған. Шиғри формала ғына түгел, сәсмә әҫәр итеп тә. 
Уларға урындағы төрлө ойош­маларҙан бағымсылар һәм баш ҡалалағы гәзит-журнал редакциялары матур-матур бүләктәр әҙерләгәйне. «Йәншишмә» гәзитенең бүләге «Өмөт» номинацияһында еңеүсе Альберт Булатовҡа эләкте. Уны баш мөхәррир Мирсәйет Юнысов үҙе тапшырҙы. Альберт Бурлы мәктәбенең III синыфында уҡый. Ул күберәк тә­би­ғәт, хай­уандар тураһында яҙа. Шул турала уҡырға, телевизорҙан тап­шырыу­ҙар ҡарарға ярата. «Дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. 
– Әсәйем Гөл­фирә Фәр­ғәт ҡыҙы – уҡытыу­сы. Ши­ғырҙар ҙа ижад итә. Матбуғат биттәрендә улар баҫылып тора. Фәр­ғәт олатайым да яҙыша. Район гәзитендә лә эшләп киткән кеше. Яҙыу һәләте уларҙан киләлер, моғайын. Тағы ла һүрәт төшөрөргә яратам, – ти Альберт. 
Бүләкләү Яңғыҙҡайын мәктәбе таланттарының сығышы менән үрелеп барҙы. Бигерәк тә «Аҡ ҡайын» гармунсылар ансамбле ҡыҙҙары һоҡландыр­ҙы. Егеттәр менән бер ҡатарҙан һыҙҙырталар ғына. 
Баш ҡаланан килгән журналистар, йәш ҡәләм тирбәтеүселәргә маҡтау һүҙҙәре, кәңәштәре менән бергә, үҙҙәренең иҫ­кәрмәләрен дә еткерҙе. Бәй, шунһыҙ булмай ҙа. Тәжрибәле ағай-апайҙарҙың һүҙҙәре зыян итмәҫ. 
– Бәйге бик матур үтте. Уҡыу­сыларҙың теле йылдан-йыл шымара бара. Шул тиклем ҡыуанып ултырҙым. Был балалар, белеп торам, бер яҙыша башлағас, ҡәләмдәрен бер ва­ҡытта ла ташламаясаҡ, – тине «Өмөтлө ҡәләм» хужабикәһе. 
Еңеүселәргә шағирә грамоталар, автограф менән үҙенең китабын һәм аҡсалата премия тапшырҙы. Бына улар:
Мәндем мәктәбенең VI синыф уҡыу­сыһы Гөлсөм Ғайсина – I урын.
Красноусол баш­ҡорт интернат-гимназияһының V синыф уҡыусыһы Азалиә Ҡотова – II урын.
Красноусол башҡорт интернат-гимназияһының VI синыф уҡыусыһы Гөлнур Кәримова – III урын. 
Шулай итеп, 13-сө тап­ҡыр еңеүселәр билдәләнде. Ә бәйге артабан да дауам итә. 
Яңғыҙҡайында «Йәншишмә» гәзитен дә беләләр, алдыралар. Икенсе ярты йыллыҡҡа яҙыласаҡбыҙ, тип вәғәҙә биреп ҡалдылар. 
Автор: Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА
Сығанаҡ: "Йәншишмә" гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb