Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Шиғриәт һәм театр: тойғоларҙың асмандарға ашҡан мәле!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 29 апрель 2014
Шиғриәт һәм театр: тойғоларҙың асмандарға ашҡан мәле!
27 апрель көнө театр сәхнәһендә «Ҡыҙҙар моңо - моңо халҡымдың» тип аталған ҙур поэтик-музыкаль тамаша уҙҙы. Проект авторы – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев. Билдәле шағирәләр - Тамара Ғәниева, Лариса Абдуллина, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөлфиә Ханнанова, Тамара Искәндәриә, Гөлназ Ҡотоева әҫәрҙәрен һәм уларҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙарын театрҙың төрлө быуын артистары башҡарҙы. Кисәнең сценарийына ярашлы һәр шағирәнең ижады айырым яҡтыртылды, шиғырҙың йөкмәткеһенән ҡарап образдар художестволы биҙәлеп, махсус музыка менән байытылды. Был образ - тыуған ил, милләт яҙмышы, тормош йәме, йәшәү асылы, бәхет һәм мөхәббәт. Кисәлә театрҙың барлыҡ ижади көстәре ҡатнашты. Шиғриәткә бындай ҙур иғтибар, артистарҙың йөрәгенә яҡын, үҙҙәрен тулҡынландырған шиғырҙарҙы бөтә күңелен һалып уҡыуҙары тамашасыны ысын мәғәнәһендә әҫәрләндерҙе, илаһи минуттар бүләк итте. Рухыбыҙ, халҡыбыҙ киләсәге хаҡында тәрән уйланыуҙары әҫәрҙәрендә ярылып ятҡан шағирәләребеҙгә күрһәтелгән оло хөрмәт тамашасыларҙы ла, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе лә ихлас шатландырҙы.
Ә башҡорт милли кейемдәрендә сәхнәгә күтәрелеп тамашала ҡатнашып киткән шағирәләр үҙҙәре лә был көндө фәрештәләргә тиң ине. Был һоҡланғыс поэтик-театраль кисә – Мәҙәниәт йылында тамашасыға ҙур бүләк булды һәм был сара театрҙың 95 йыллыҡ юбилей йылының матур бер иҫтәлеге булып тарихта ҡаласаҡ.
Сығанаҡ: театр сайтынан алынды.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө