Ошо көндәрҙә күренекле башҡорт шағирәһе Фәүзиә Абдулла ҡыҙы Рәхимғолованың тыуыуына 90 йыл тулды. Ул Башҡортостандың Ишембай районы Йәнырыҫ ауылында 1921 йылдың 15 декабрендә тыуған. Бәләкәйҙән үк етемлектең әсе һурпаһын татып үҫә. Һуғыш йылдарында заводта эшләй, тыныс тормошта иһә мәктәптә уҡыта, һуңынан ғүмеренең күп өлөшөн матбуғатҡа арнай, «Пионер» (хәҙерге «Аманат» журналындында), «Башҡортостан ҡыҙы» журналдарында эшләй.