Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Шәхестәрен онотмайҙар
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 29 март 2012
Шәхестәрен онотмайҙар
Йылдың үтә лә мәшәҡәтле булыуына ҡарамаҫтан, февралдә Күгәрсен районы етәкселеге 2011 йылғы Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаттары менән осрашыу үткәрҙе. Делегацияға Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай етәкселек итте. Улар — тел белгесе, ғалим, яҙыусы Рәшит Шәкүр, шағирә Әнисә Таһирова һәм Күгәрсен районы үҙәге Мораҡта Тыуған яҡтың тарихын өйрәнеү музейын, Хоҙайбирҙин ауылында — Шәһит Хоҙайбирҙин, З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында әҙибәнең музейын төҙөү генә түгел, ә уны тулыһынса биҙәү эшен дә уңышлы башҡарған Анфиса менән Наил Шакировтар.
Башҡорт халҡына хас ихласлыҡ менән Хоҙайбирҙинда район хакимиәте башлығы урынбаҫары Наилә Йоносова ҡаршылап, беҙҙе Зәйнәб апай Биишеваның тыуған ауылы Туйөмбәткә алып барҙы. Халыҡ күп йыйылған. Тантана бик күңелле үтте, район хакимиәте башлығы Фәрит Мусиндың яңы лауреаттарға премия тапшырыуы бик тулҡынландырғыс мәл булды. Сирбай мәктәбе балаларының З. Биишеваның “Емеш” романынан театрлаштырылған өҙөк күрһәтеүе күңелгә күркәмлек өҫтәне.
Мәҡсүт ауылы мәктәбендә лә осрашыу уҙҙы. Бигерәк тә балаларҙың ҡунаҡтарҙы Рәшит Шәкүрҙең “Башҡорт телендә һөйләшәм” тигән йыры менән ҡаршылауы уңышлы килеп сыҡты. Рәшит Закир улының был минуттағы шатлығын аңлатырлыҡ түгел ине. Икенсе көн Мораҡтағы З. Биишева исемендәге гимназияла балалар менән осрашыу — үҙе бер онотолмаҫ ваҡиға. Уҡыусылар З. Биишеваның “Ел, ел, арбам” әҫәренән өҙөк күрһәтте.
Шулай итеп ике көн үтеп тә китте. Яңы лауреаттар киләсәктә исем алыу менән генә туҡтап ҡалмай, ә артабан да З. Биишева ижадын йәш быуынға еткереү, уның әҫәрҙәренең асылына төшөндөрөү эше менән дә шөғөлләнһен ине, тигән теләктә ҡалам.
Миңлеғәле Шайморатовҡа Герой исеме биреү акцияһын хуплап, ҡултамғалар йыйыу ҙа ойошторолдо. Халыҡ был сараға ихлас ҡушылды.
Ләлә Бейешева.
Сығанаҡ:
«Башҡортостан»
гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө