Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған конкурс еңеүселәре билдәләнде

Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған конкурс еңеүселәре билдәләнде
Конкурсты «Ватандаш» журналы, З.Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы, «Башҡортса статустар», «Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы» төркөмдәре ойошторҙо.
Конкурс ике этаптан торҙо. I этап 22 сентябрҙән 1 декабргә тиклем үтте.Унда һәр кем ҡатнаша алды. Шағирҙың шиғырын яттан һөйләгән сығышты видеоға төшөрөргә һәм «Бәйләнештә» төркөмөндә ойошторолған махсус төркөмгә ебәрергә кәрәк ине. Ошо эштәрҙән сығып жюри иң яҡшы 25 сығышты II этапҡа һайлап алды. 
Шиғыр һөйләүселәр конкурсының икенсе турына үтеүселәр сәхнәлә һынау тотто. Еңеүселәр мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм профессионалдар, төркөмдәр араһында айырым билдәләнде. 
Конкурста Бабич ижадына ғашиҡ ике йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Улар араһында сабыйҙар ҙа, өлкәндәр ҙә күп. Халҡыбыҙҙың бөйөк улының шиғырҙарын яттан һөйләүселәр республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Татарстандан да бар. Бәйге башҡорт телен өйрәнеүсе рус милләте вәкилдәрендә лә ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Һәр кем шағир ижадын үҙенсәлекле итеп еткерергә тырышҡан.
Төркөмдәр араһында иң лайыҡлылар тип Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы менән Стәрлетамаҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенттары билдәләнде. Улар «Ғазазил» спектакле менән сығыш яһаны.
Замана кешеһе хәҙер күберәк виртуаль донъяла аралашыусан. Конкурстың тап Интернетта барыуы бәйгенең даирәһен киңәйтә. Тимәк, башҡорт телен һаҡлап уны үҫтереүҙә, әҙәбиәтебеҙ гәүһәрҙәрен һәр ваҡыт күңел түрендә йөрөтөүҙә ошондай интернет-конкурстарҙың да өлөшө ҙур. Сирек быуат та йәшәмәгән мәшһүр һүҙ оҫтаһының ижадына арналған бәйгене конкурс тип кенә атау ҙа уны сикләү кеүек. Ул үҙ маҡсатынан күберәкте тормошҡа ашыра.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb