Театрҙың яңы ижад миҙгелен тамашасылар йыл да түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Был юлы яратҡан артистарыбыҙ беҙҙе нимә менән һөйөндөрөр икән? Ошо хаҡта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов матбуғат конференцияһында ентекләп һөйләне.
– Был миҙгел беҙҙең өсөн бик иҫтәлекле, – тип һүҙен башланы Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, режиссер Олег Закир улы. – Быйыл театрыбыҙ 95 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Шуға ла уның тарихы һәм бөгөнгөһө тураһында телевизион фильм төшөрөргә, өс томлыҡ китап сығарырға ниәтләйбеҙ. Октябрь айында иһә Мәскәүгә гастроль менән барасаҡбыҙ. Әлбиттә, былар барыһы ла ҙур сығым талап итә. Әгәр Башҡортостан Президенты грантын алмаһаҡ, бындай ҙур эште тормошҡа ашырып булмаҫ ине.
Әйткәндәй, Башҡорт дәүләт академия драма театры иҫтәлекле ваҡиға уңайынан яңыраҡ Ырымбурҙа гастролдә йөрөп ҡайтты. Улар М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә рус драма театрының сәхнәһендә «Бәхет хаҡы» (Х. Мөҙәрисова), «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» (З. Биишева), «Мин – ҡатын -ҡыҙ» (Т. Миңнуллин) спектаклдәре менән сығыш яһаны. Был сәфәр иһә «Күңел ынйылары – дуҫтарға» тигән театраль концерт менән тамамланды.
Олег Ханов белдереүенсә, башҡорт артистары 8 – 12 октябрҙә Мәскәүҙең “Сатирикон” театрында юбилей программаһы менән сығыш яһаясаҡ. Илдең баш ҡалаһында йәшәгән тамашасыларға «Шәүрәкәй» (М. Буранғолов, реж. А. Абушахманов) музыкаль комедияһы, «Аҡ пароход» (С. Айытматов, реж. О. Ханов) драмаһы, «Ҡара йөҙҙәр» (М. Ғафури, режиссеры – А. Абушахманов), «Эдип батша» (Софокл, режиссеры И. Саҡаев) спектаклдәре тәҡдим ителәсәк.
– Һәр милли театрҙың Мәскәүҙә сығыш яһау мөмкинлеге юҡ, – тине Олег Ханов. – “Сатирикон” театры менән тығыҙ хеҙмәттәшлегебеҙ беҙҙең өсөн дә, улар өсөн дә отошло. Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы тигәндәй, киләһе йыл уларҙың да беҙгә килеүе көтөлә.
Төп милли театрыбыҙ Рәсәй киңлектәре менән генә сикләнмәй. 25 – 31 октябрҙә Ҡаҙағстандың Аҡтау ҡалаһында уҙасаҡ Урта Азия республикаларының V Халыҡ-ара театр фестиваленә «Руди-Never off» спектакле менән барасаҡтар.