Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Сибайҙар йәнә Өфө тамашасыһын әсир итте
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Сибайҙар йәнә Өфө тамашасыһын әсир итте
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрын Өфө тамашасыһы яратып көтөп ала. Бының сере – Сибай театрының һәр саҡ халыҡсан, тәрән мәғәнәле, һәр кемде уйланырға мәжбүр иткән спектаклдәр һайлай һәм ҡуя белеүендә.
Ошо көндәрҙә сибайҙар баш ҡала тамашасыһын йәнә бер ҡыуандырҙы: Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында уларҙың гастролдәре уҙҙы. Тимерғәле Килмөхәмәтовтың хикәйәһе буйынса «Йәнкиҫәк» драмаһын ҡарау бәхете тейҙе.
Илебеҙ быйыл Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләй. Һәр ғаиләғә ҡағылып үткән был дәһшәтле һуғыш йылдары темаһы үҙенең актуаллеген юғалтмай. Сибай театры ла был ваҡиғаны ситләп үтә алмай.
Спектакль һуғыш йылдарында тылда ҡалған ҡатын-ҡыҙҙың ауыр яҙмышы хаҡында бәйән итә. Ашарға-кейергә юҡ, балалар аслыҡтан ҡырыла, ә ҡатын-ҡыҙҙар алһыҙ-ялһыҙ колхоз эшендә бил бөгөргә мәжбүр. Эшләмәй сара юҡ, сөнки ил күргәнде күрәләр бит, етмәһә юҡ-юҡ та наҡыҫ ҡына булһа ла он да бирәләр. Миңйыһан исемле ҡыҙҙың яҙмышы бөтөнләй аяныслы, сөнки ул, берҙән, үкһеҙ етем, икенсенән, аяғы ла зәғиф. Әммә уның ҙур хыялы бар – әсәй булғыһы килә. Үҙемде яңғыҙ тоймаҫ инем, был донъяла миңә һәм мин кәрәкле кеше булыр ине, ти ул...Спектаклдәге бөтә ваҡиғалар ошо ҡыҙ янында бара. Миңйыһан теләгенә ирешә, әммә малайы ғәрлекле «тыума» ҡушаматын йөрөтөргә мәжбүр... Ауырлыҡ менән көн итергә тура килһә лә, ҡатын ҡасандыр эшләгән дыуамал аҙымына бер ваҡытта ла үкенмәй, улын да яҡшы кеше, үҙенә терәк булырлыҡ итеп тәрбиәләй ул. Һәм бер көн килеп теге ғәрлекле атаманы бөтәһе лә онота, сөнки Саньяр эшләгән эштәре менән ауылдаштары араһында күптән ихтирамға ҡаҙанған уҙаман инде...
Спектакль баштан алып аҙаҡҡаса тамашасыны көсөргәнештә тотто, урыны менән көлөргә, күп өлөшөндә иларға ла мәжбүр итте ул. Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаевҡа, төп ролдә уйнаған артистар – Залина Сөләймәнова һәм Вадим Ғилмановҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Ғөмүмән был спектаклдә артыҡ персонаж булманы, һәр кем үҙ урынында ине. Спектаклдән һуң тамашасыларҙың аяҡ-үрә тороп ҡайнар алҡышлауы ла бик күпте һөйләй.
Афарин, сибайҙар!
Фотогалереяға күсергә
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө