Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Силәбе өлкәһендә башҡорт телендә гәзит сығарыла
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 10 январь 2012
Силәбе өлкәһендә башҡорт телендә гәзит сығарыла
Силәбе өлкәһенең Нязепетровск ҡалаһында «Родные просторы. Тыуған яҡ» гәзите сығарыла башланы. «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбировтың хәбәр итеүенсә, гәзит сығарыуға ҡалалағы башҡорт интеллигенцияһы вәкилдәренең һорауы сәбәпсе булған. Улар «Нязепетровские вести» район гәзите редакцияһына мөрәжәғәт иткән. Дүрт битлек «Родные просторы. Тыуған яҡ» баҫмаһы айына ике тапҡыр нәшер ителәсәк. Унда районда йәшәгән абруйлы башҡорт зыялыларының яҙмышы, башҡорттар тарихы һәм мәҙәниәте, милли коллективтар, йырсыларҙың уңыштары тураһындағы мәҡәләләр донъя күрәсәк. Михаил Хәбировтың әйтеүенсә, әүәлерәк районда башҡорт телендә телетапшырыуҙар ҙа, матбуғат баҫмалары ла булмаған. Редакция планында – балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеү өсөн материалдар, милли аш-һыу рецептары баҫтырыу. Ҡайһы бер мәҡәләләр рус телендә буласаҡ. Гәзиттең беренсе һанында башҡорт халыҡ костюмына арналған балалар һүрәттәренә конкурс иғлан ителгән.
Автор: Тимур Рәхмәтуллин
«Башинформ»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө