Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Силәбелә башҡорт балалар ижад үҙәге эшләй башлаясаҡ
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 09 август 2012
Силәбелә башҡорт балалар ижад үҙәге эшләй башлаясаҡ
2012 йылдың сентябренән Силәбе ҡалаһында «Афарин» исемле башҡорт балалар ижад үҙәге эшләй башлаясаҡ. БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Майтап Вәлитованың бындай ижад үҙәген булдырыу кәрәклеге тураһында идеяһын урындағы, Силәбе башҡорттары ҡоролтайы эләктереп ала.
Әйткәндәй, Силәбе ҡалаһы хакимиәтенең Мәҙәниәт идаралығы ла хуплап ҡабул итә. Бөгөндән билдәле булыуынса, «Афарин» Силәбе ҡалаһының Тракторозаводск районының «Кировец» кинотеатры бинаһында урынлашасаҡ.
Асылырға торған балалар ижад үҙәгенә 6-12 йәштәге башҡорт балалары ҡабул ителәск. Уҡытыу программаһы өс йылға ҡаралған һәм уның барышында балалар башҡорт мәҙәниәтен төрлө яҡлап өйрәнәсәк: халыҡ хореографияһы һәм вокалынан башлап сәхнә телмәре, фольклор, милли йолалар һәм туған телдә камил аралаша белеүгә тиклем. Башланғыс ваҡытта үҙәккә йөрөү түләүле буласаҡ.
«Афарин» үҙәгенең етәксеһе Майтап Вәлитова әйтеүенсә, барлыҡ балалар тәүге осорҙа бәләкәстәр һәм өлкәнерәк балалар өсөн ҡаралған дөйөм программа буйынса белем аласаҡ. Уҡытыуҙың икенсе йылында иһә улар концерт эшмәкәрлегенә йәлеп ителәсәк, өсөнсө йылда иһә улар ысын белгес буласаҡ.
Әлеге ваҡытта кинотеатр бинаһында ремонт эштәре ҡайнай. Июль аҙағына тиклем бер үк ваҡытта йөҙ бала шөғөлләнмәле кабинеттар әҙер буласаҡ. Әйткәндәй, ишектәрен асырға торған үҙәк өсөн талантлы педагогтар табылған да инде. Реклама кампанияһы ла әүҙем бара.
Силәбе ҡалаһының «Башҡорттар ҡоролтайы» ойошмаһы рәйесе Радик Бакиев фекеренсә, балалар ижад үҙәге халыҡта ҡыҙыҡһыныу менән файҙаланасаҡ, тап башҡорт мәҙәниәтен төрлө яҡлап өйрәнеү мөмкинлеген биргәне өсөн, ти ул. Ғөмүмән, үҙәккә бөгөндән егермеләп кеше яҙылған.
Әгәр һеҙ ҙә Силәбелә йәшәйһегеҙ икән, балағыҙҙы «Афарин» башҡорт балалар ижад үҙәгенә йөрөтөргә теләгегеҙ бар икән – щылтыратығыҙ.
Белешмәләр өсөн Силәбелә телефондар: 722-77-20, 8-908-579-47-33, 8-951-468-10-99.
Сығанаҡ:
«Шоңҡар» журналы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө