Силәбелә VI «Уралдың дуҫлыҡ сәскәһе» милли мәҙәниәттәр фестивале тамамланды. Сара Н.Орлов исемендәге Силәбе драма театрында үтте.
Фестиваль сиктәрендә биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе үтте, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров. Унда китаптар, балаҫтар, халыҡ музыка ҡоралдары, милли кейемдәрҙә ҡурсаҡтар, төрлө халыҡ костюмдары тәҡдим ителде.
Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы менән тәҡдим ителгән башҡорт тирмәһе ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уны ойоштороуҙа «Регион» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Наил Шәйҙуллин ярҙам иткән.
Мәҙәни программа барышында Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһы студенты Инвир Хисаметдинов башҡорт бейеүен оҫта башҡарып, тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы.
Экскурсиялар үткәреп, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы белгестәре методик ярҙам күрһәтте.
Байрамда Силәбе өлкәһенең мәҙәниәт министры Алексей Бетехтин, Силәбе өлкәһе Хөкүмәте һәм Закондар сығарыу йыйылышы вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡорт коллективтарынан тыш тетар сәхнәһендә «Урал» дәүләт бейеү ансамбле солистары, Мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһының халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, «Айгөл» ансамбле, «Ералаш» коллективы һәм өлкәнең башҡа милли-мәҙәни үҙәктәре солистары һәм коллективтары сығыш яһаны.
Фестивалде ойоштороусылар – Силәбе өлкәһенең Мәҙәниәт министрлығы, «Халыҡтар дуҫлығы йорто» өлкә дәүләт учреждениеһы, Силәбе өлкәһенең «Силәбе өлкәһе халыҡтары ассамблеяһы» милли-мәҙәни йәмғиәттәр ассоциацияһы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе
автор: Әлим Фәйезов