Ошо көндәрҙә Силәбе ҡалаһындағы башҡорт һәм татар әҙәбиәтен берләштергән Бабич китапханаһы үҙенең 105 йыллығын билдәләй. Силәбелә был иҫтәлекле ваҡиғаға бәйле ғилми конференция, «түңәрәк өҫтәл»дә фекер алышыуҙар һәм юбилей кисәһе үтәсәк. Ошо уңайҙан китапхананың тарихы, бөгөнгө һулышы һәм киләсәк яҙмышы хаҡында уның мөдире Көнһылыу Рамаҙан ҡыҙы ӘЙҮПОВА менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.